Башҡортостандың халыҡ шағиры Гүзәл Ситдыҡованың бер шәлкем шиғырҙарын уҡып алайыҡ.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Гүзәл Ситдыҡованың бер шәлкем шиғырҙарын уҡып алайыҡ. Һөнәрем күп Шул тиклем дә һөнәрем күп: Сәскә таҫма тағаһы, Сәскәләрҙең ниндәйе юҡ - Бар уларға бағаһы, Табандарын дөрөҫ итеп Бар колготка кейәһе, Матур һыҙыҡлы тубымды Өй бейеклек сөйәһе! Күлдәгемдең төймәләрен Дөрөҫ итеп эләһе, Йығылып китһәм, ауыртмай, тип Күҙ йәш аша көләһе. Бысраҡ ергә баҫмай ғына Урап ҡына үтәһе, Яңғыҙ ҡалһам, бер ҙә ҡурҡмай Ололарҙы көтәһе. Ҡыҙыҡ китап уҡыйһым бар, Бар һүрәт төшөрәһе, Әсәйем эштән ҡайтыуға Бар бутҡа бешерәһе... Ысын-ысын... ----------------------------------- Саған япрағы Көҙ таратып бөткән бар емешен, Ел өйөртә япраҡ буранын... Өшәңгерәп ятҡан ер ҙә тиҙҙән Аҡ тунына ойоп уралыр. Ни эҙләйһең, һис ни ҡалманы, тип, Ҡырыҫ ҡына геүләй ағаслыҡ, Ышыҡ бирмәҫ булып ҡара көйгән Йәй сабында ҡорған аласыҡ. Ҡарағусҡыл инде Йөйәк һыуы, Өтөп ала һалҡын ағышы. Ауырайған терегөмөш кеүек, Һәлмәкләнгән тулҡын ҡағышы. Таныш саған ниҙер һөйләй төҫлө, Әллә инде илай әсенеп, Сабый ҡулы кеүек бер япрағы Ҡуйыныма инде йәшенеп. Бармаҡтары менән сат йәбешеп, Устарымда яна ут һымаҡ. ... Көҙ барыбер мине буш итмәне - Шиғыр һалып китте усыма. ------------------------------------------- КӘБӘН Кәбән башына ҡуйғайны Тик бер тапҡыр - ғүмерҙә, Ослай белмәйһең, тип атай Ҡыуып төшөрҙө үрҙән. Ос һәнәге күтәрҙем дә Баҫтым атай янына, Күтәремдәр ташлап торҙом Ир балалар һанында. Уфтанмаһын, тинем, атай Гел ҡыҙҙар тип, дүртәү тип. Ил ауыҙы - төпһөҙ иләк, Тейә торҙо үртәү тик. Уның һайын сәмләндем дә Тырыштым ҡалышмаҫҡа, Ал бирмәҫкә лә өйрәндем - Ниңә бил алышмаҫҡа! Яңғыҙ ғына энем үҫте, Затыбыҙҙың дауамы, Ир баланың бурысы ла - Ҡурсалау ил-ғауамын. Тик беҙ ҙә һис һынатманыҡ, Атай әйткәне - ҙурлыҡ: - Рәхмәт, - тине,- минең ҡыҙҙар Егеттәргә торорлоҡ! Замандар үҙгәрҙе инде: Ул ни, ҡыҙ ни - бер һанда, Бар уландан уңыусылар, Бар ҡыҙҙарҙан уңғандар. Ә мин ахыры тормошта ла Кәбән ослай белмәнем: Ғүмерем дә үтте кеүек Күтәреп ос һәнәген... ------------------------------- КӨҘГӨ Шундай йәшмен, хатта сабый - Ҡарамаһам көҙгөгә, Яңы бишектән төшкәнмен, Селбәрәмен һөҙгөлә. Төш кенә булғандыр ҙа ул, Үтмәгәндер ғүмерем, Мин яҡҡан уттан түгелдер Усаҡтың да күмере. Әкиәт кенә булғандыр Яңы тыңлап бөтөлгән: Ай киткәнмен, йыл киткәнмен - Энә буйлыҡ үтелгән. Ҡартлығымды фото итеп Йыртҡылайым, өҙгөләп. ...Ейәнсәрем түгел, миндер, Ҡарап торам көҙгөнән... ----------------------------------------- СУМАҘАН Яҙылыштыҡ... Йәшәр урын да юҡ, Икебеҙҙә - берәр сумаҙан, Бар малыбыҙ - урғып торған һөйөү, Уйлау ҙа юҡ - алда ни яҙған! Иң мөһиме - беҙ бит хәҙер бергә, Ни күрһәк тә тигеҙ бүлергә, Бер-беребеҙ өсөн өҙөлөшөп Әҙербеҙ бит хатта үлергә! Торғаны бер һинд киноһы инде, Йәшәрбеҙ ҙә кеүек киноса, Ғүмер буйы һүрелмәҫ мөхәббәт Шатлыҡтарға ғына юл аса. Сикһеҙ түгел дәһә һинд киноһы Тиҙ үк бөтә: унда "һаппи энд". Ғаиләнең башҡа сценарийы, Ҡайһы саҡта хатта һапһыҙ еп! Сеймәлтеп тә сырмай уны тормош, Сығып ҡара тәңгәл осона. Һәр ымһынған һайын улъя-ҡалъя* Яуып ҡына тормай усыңа Иргенәм дә ябай кеше икән, Үҙгенәм дә түгел фәрештә, Ғәфү үтенмәйбеҙ фильмдағыса, Яңылышмайбыҙ, имеш, бер эштә... Еңмештәр... Үпкәләшкәс, бер саҡ сумаҙанды Йыймаҡ булдым ҡайтыр тарафҡа. Эске тауыш әйтә: ауһарланма, Ул бит һине үлеп ярата! Яратһа һуң ниңә, кисер, тимәй, Тубыҡланып баҫмай алдыма? ... Шалтырамаҫ, тиеп, һауыт-һаба Уйлағанмын икән, диуана. Бергә үтте ярты быуат ғүмер, Кисерҙек тә бергә төрлөһөн. Аңлаһасы йәштәр, мөхәббәттең Сабырлыҡтан тора өрлөгө. Сынығыуҙар үтеп, һөйөү ҡалған, Әйтерһең дә йылдар уҙмаған Әллә нисә кино төшөрөрлөк... Ә башында - ике сумаҙан. *улъя - табыш, мал-мөлкәт; ҡалъя - бешкән һимеҙ ит киҫәге; табыш-файҙа "Мин - тау ҡыҙы" төркөмөнән