Бөгөн Өфөлә, “Башҡортостан дәүләт концерт залында “Һәр өсөнсө” тип аталған концерт-рекв...
Бөгөн Өфөлә, “Башҡортостан дәүләт концерт залында “Һәр өсөнсө” тип аталған концерт-реквием үтә. Ул – беларустарҙың проекты. Әлеге мәлдә һарайҙың фойеларында күргәҙмәләр бара. Беҙ улар менән танышып үттек. “Минскхлебпром” коммуналь етештереү унитар предприятиеһы “Хлеб – невидимая сила Победы” тип аталған ғәҙәти булмаған күргәҙмә тәҡдим итә. Улар Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Беларуссияла сығарылған биш төр икмәк сорттарын тергеҙгәндәр. Шулай уҡ һәм хәҙерге заманда сығарылған икмәк сорттарын да алып килгәндәр. - Минскиҙы Бөйөк Ватан һуғышының өсөнсө көнөндә баҫып алалар һәм икмәк берҙән-бер ризыҡ була. Өлкән кешегә 125 грамм, балаларға 75 грамм икмәк бирәләр. Икмәк ҡоро булған. Ул осорҙа кешеләрҙең тештәре бөтә, цинга менән яфаланалар, шуға икмәкте шул килеш ашай алмайҙар. Шуға кружкаға эҫе һыу ҡойоп, шуның өҫтөндә икмәкте ебетеп ашағандар. Шәкәр бик-бик һирәк осраҡта ғына эләккән, - тип һөйләй “Минскхлебпром” коммуналь етештереү унитар предприятиеһының генераль директоры урынбаҫары Анна Королевич. – Беҙ күргәҙмәбеҙ менән Бөйөк Ватан һуғышы осоронда икмәк бешереүселәренең ни тиклем ҙур хеҙмәт күрһәткәндәрен һөйләргә теләйбеҙ. Һуғыш осоронда, икмәк бешереү заводтары бер минутҡа ла туҡтамағандар, биш төрлө икмәк етештергәндәр. Һуғыштан һуң 80 йыл ваҡыт үткәс, беҙ икмәктең ниндәй генә төрөн бешермәйбеҙ. Һәр береһен күргәҙмәбеҙҙә күрһәтәбеҙ, уларҙы ашап ҡарарға ла була.