-Матур булам тиһәң дә, батыр булам тиһәң дә - бал аша, - тиҙәр Иглин районы Түбәнге Ләм...
-Матур булам тиһәң дә, батыр булам тиһәң дә - бал аша, - тиҙәр Иглин районы Түбәнге Ләмәҙ ауылынан Әлфиә һәм Риф Шәүәлиевтар. Улар Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар союзының “Ауылда ҙур ҡатын-ҡыҙҙар советы” тигән форумда ҡатнаша. Ғаилә умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Әлфиә Шәүәлиева мәктәптә умарта эше буйынса оҫталыҡ кластары алып бара, бал ҡортон ҡарау буйынса теоретик белемдәр бирһә, Риф Шәүәлиев иһә умарталыҡта балаларға практик белемдәр бирә. Бына шундай файҙалы эш менән шөғөлләнә Шәүәлиевтар.