Атаһы һыңҡылдап илап ебәрҙе: — 24 августа 2026 г. в 10:17:15.462
Атаһы һыңҡылдап илап ебәрҙе: - Һин минең улым, минеке. Ғәфү ит мине, зинһар. Беҙ әсәйең менән бик яратышып өйләнештек. Тик һин тыуғас ул миңә бөтөнләй иғтибар итмәй башланы. Мин әсәйеңде һинән бик ныҡ ҡыҙғандым. Икебеҙ генә йәшәгән бәхетле саҡтарҙы һағындым. Шуға күрә һине күрә алмаҫ сиккә еттем. Хатта үлтерер өсөн йылғаға алып киттем бит! Ә һин бер нәмә лә иҫләмәгәс, ныҡ ҡыуандым. -Мин барыһын да хәтерләй ... инем. -Ә бит өндәшмәнең. Ғәфү ит, улым. Һине күрә алмауым менән әсәйеңде лә юҡ иткәнемде аңланым. Эстән һыҙланып йөрөп рак сиренә дусар булды бит. Дауалама мине! Сығарып ташла! Мин һине типкеләгән кеүек типкелә, туҡма. Тик ярҙам итмә! Улай тағы ауырыраҡ. Күтәрә алмаясаҡмын быны! https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-08-24/ine-yaratmauy-m-mkin-t-gel-4791069

