Бынан бер нисә йыл элек бер районда (быныһы сер булып ҡалһын) һикһәнен ҡыуалаған бер ҡа... — 24 июля 2026 г. в 18:40:08.326
Бынан бер нисә йыл элек бер районда (быныһы сер булып ҡалһын) һикһәнен ҡыуалаған бер ҡарттың ҡырҡ йәшлек ҡатынға өйләнеүе һәм уларҙың малайҙары тыуыуы тураһында ишеткәйнем. Әлбиттә, был хәл уларҙың ауылдаштары тарафынан бер төрлө генә итеп баһаланмаған. Сабый тыуыуын ҡырынға һаплаусылар ҙа шул саҡ бигерәк күбәйеп киткән икән. Ҡапылғарай ғына ышанмаҫлыҡ булып тойолған был ваҡиғаға әллә күпме нарыҡлама-баһа бирелгән. Күпселек яңы тыуған сабыйҙың ҡарттыҡы булмауы, был мәсьәләгә шикләнеп ҡарауы хаҡында белдергән. Хатта сабыйҙы ауылдағы башҡа ирҙәргә сырамытып йөрөүселәр ҙә булған. Был хаҡта ҡарттың йөҙөнә бәреп әйтеүсе лә табылған. - Ҡатының һиңә тиклем ҡулдан-ҡулға йөрөнө бит. Уның ҡапҡаһын төндәрен ел генә шығырлатҡан тиһеңме? Беҙгә ышанмаһаң, ана ДНК анализ үткәртеп ҡара, һинеке кеүек йәштә әле беҙҙең яҡта берәүҙең дә атай була алғаны юҡ, фәлән-фәсмәтән, - тигән был хаҡта әйтергә ҡыйыулығы еткән теге кеше. Дөрөҫтөрмө-юҡмылыр, яңы ғына атай булыу шатлығын кисереп, ҡанатланып йөрөгән ҡарт, имеш, шулай тип яуап биреп, тегенең ауыҙын шапылдата япҡан - https://tamasha-rb.ru/articles/common_material/2026-04-24/m-yshanma-tay-y-ysyn-bul-a-la-yl-m-4664924

