Орҡоя ҡыҙ көйө оҙаҡ ултырҙы. Бала сағында әллә ниңә сирләшкәрәк тә булды шул. Тиҫтерҙәр... — 23 августа 2026 г. в 04:33:08.389
Орҡоя ҡыҙ көйө оҙаҡ ултырҙы. Бала сағында әллә ниңә сирләшкәрәк тә булды шул. Тиҫтерҙәренән күпкә аҙаҡҡа ҡалды ҡалыуын, иллә мәгәр “ултырған ҡыҙ урынын таба” тигәндәй, үҙен күрше ауылының бер егете һоратып, оло итеп туй –үткәреп алды ла китте, малай! Ауыл егеттәре күҙҙән төшкәнгә һанап уның егәрлелеген, бәйләм эшенә оҫталығын, алдынғы һауынсылығын, ситтән тороп университеттың тарих бүлеген бөтөүен дә күрмәмеш булып йөрөйҙәр ине, эйәк ҡағып тороп ҡалдылар. Аҙаҡ үкенеүселәр ҙә күп булды булыуын. Ана шул никахынан бер бөртөк ҡыҙ бала үҫергәйне. Ире ваҡытһыҙ вафат булғас, күп уйлап торманы, йорт-ерен һатты ла, балаһына йүнлерәк тәрбиә биреү йәһәтенән, ҡаланан ике бүлмәле фатир һатып алып күсеп киттеләр. шулай итеп тағы ирһеҙ, яңғыҙы ҡалғайны, бөртөк кенәт ҡыҙына әүрәт ғүмерен үткәрҙе Орҡоя. Ни эшләһен… Туйҙары йәйҙен матур көндәрендә үткәс ни, ул “Волга”, “Чайка” машиналары бер урам булып, йорт алдында һыйышмаған кеүек пипелдәтеп килеп тулғайнылар. Ҡоҙалары ауыл еренән бик мул кешеләр булғас, уларҙан ҡалышмаҫҡа тырышты. Килмәгән кеше, һыйламаған әҙәм булмағандыр. Бына ул туй үткәнгә лә ун йыллап ваҡыт үткән дә киткән. https://yaikrb.com/news/novosti/2026-08-21/tyu-an-k-n-hik-y-z-b-rzh-t-y-nbir-ina-4789251

