Быҫҡаҡ ямғыр — 13 сентября 2026 г. в 09:09:26.205
Быҫҡаҡ ямғыр Эргәлә генә ялтлап үтте, тауышы ла ҡолаҡ төбөндә генә яңғыраны. Шул мәл көтмәгәндә уның өңөнә Сания килеп сумды ла, ҡото алынып: «Ой, ой, бисмилла, бисмилла, ҡурҡам!» – тип һөйләнде. Тағы ялағай ялтланы, мылтыҡтан атҡан ише атып ебәрҙе. Яҡында ғына хатта көкөрт еҫе сыҡты, күк, әйтерһең дә, улар сумған өйөмгә тоҫҡап атты. Сания йәнә сыйылданы, Сәмиғҡа нығыраҡ һыйынды. «Ҡурҡма,– тине Сәмиғ эре генә. – Әгәр йәшен атмаһа, күк күкрәүе ҡурҡыныс түгел. Һауа ғына шартлай». Ҡыҙ уны аңламаны, ахыры, һәр дөбөрҙәгән һайын Аллаһы Тәғәләне ярҙамға саҡырҙы, Сәмиғҡа нығыраҡ һырыҡты. Егет уны уң ҡулы менән ҡосаҡланы, лыс һыу ситса күлдәге аша тәненең йылылығын тойҙо, яҡында ғына һипкелле йөҙөн күрҙе, ямғыр сылатҡан һары сәстәренән аңҡыған үлән-ялан еҫтәрен һуланы һәм, ҡатын-ҡыҙ тәне яҡынлығының ләззәтен беренсегә тойоп, ямғырҙың мәңге тынмай яуыуын теләне. Бесәнде һыулап, ямғыр үтеп киткәс, күк күкрәүе туҡтағас, ҡыҙ ҡапыл торҙо ла өңдән сыҡты һәм, яңынан ҡырағайға, ятҡа әйләнеп, ҡоя башлаған кәбәнгә табан йүгерҙе… https://ashkadar.com/news/azabi/2026-09-13/by-a-yam-yr-hik-y-4811024

