Ҡалаҡтан ашатып ирен аяҡҡа баҫтырғайны. Бер нисә йылдан ул ҡатынын ташлап китте. — 14 сентября 2026 г. в 11:28:07.014
Ҡалаҡтан ашатып ирен аяҡҡа баҫтырғайны. Бер нисә йылдан ул ҡатынын ташлап китте. “Изгелеккә изгелек менән яуап ҡайтар” тиһәләр ҙә, тормошта барыһы ла ҡағиҙәләргә ярашлы түгел шул. Сәлиә исемле геройымдың яҙмышы ла уйға һалырлыҡ. Түшәктән тора алмаған ирен аяҡҡа баҫтырғас, рәхмәт әйтер урынға йәшерәк ҡатынға сығып китә ул. Сәлиә менән Айҙар – класташтар һәм күршеләр. Бер -береһенә ҡарата һөйөү хистәре уларҙың бик йәшләй барлыҡҡа килде. Мәктәпте тамамлап, һөнәр алырға ваҡыт еткәс, икеһе лә бер ҡалаға юлланды. Сәлиә медицина училищеһына, Айҙар – ауыл хужалығы техникумына. Ҡулдарына диплом алыуға туй көндәрен дә билдәләп ҡуйҙылар. https://gazeta-toratau.ru/articles/rubrika-7/2026-09-13/ala-tan-ashatyp-iren-aya-a-ba-tyr-ayny-4810079

