– Юҡҡа ҡайғырма, был сибәрлегең менән бер-ике төндә фатирыңа түләрлек аҡса эшләй алаһың. — 16 августа 2026 г. в 12:49:08.085
– Юҡҡа ҡайғырма, был сибәрлегең менән бер-ике төндә фатирыңа түләрлек аҡса эшләй алаһың. – Нисек? – Ғәлиә, Сәкинәнең әйткәнен аңламай, йәшле күҙҙәрен уға төбәне. – Әллә шуны ла аңламайһың?! Иртәгә минең менән «төнгө һунар»ға сығырһың. Ир-ат һине күреп ҡалһа, көтөүе менән килеп йәбешәсәк, аҡсаларын да йәлләмәйәсәк, – тине лә, шифоньерҙы асып, ундағы кейемдәрҙе барлай башланы. – Был алам-һалам менән аҡса эшләй алмаҫһың, үҙемдең күлдәкте биреп торормон, – тине Сәкинә. – Кит юҡты!.. Астан үлһәм – үләм… – тип Ғәлиә ултырған урынынан һикереп үк торҙо. – Үл, улайһа!.. Риза булһаң, шылтыратырһың, – тип, Сәкинә ҡайҙалыр ҡабаланып, сығып та китте. Йоҡлар йоҡоһон йоҡламай, төнө буйы уйланып сыҡты Ғәлиә һәм ризалашыуҙан башҡа сара юҡлығын аңланы. https://ejansura.ru/news/hikaya/2026-08-16/abatlanma-ya-myshtar-4783309