“Беҙҙең нәҫелде дауам иттереүсе бит ул! Минән бүләк – улыма велосипед һәм ҡышҡы куртка ... — 27 сентября 2026 г. в 09:10:08.611
“Беҙҙең нәҫелде дауам иттереүсе бит ул! Минән бүләк – улыма велосипед һәм ҡышҡы куртка алырһығыҙ!” – тип, ҡайтыр саҡта Илфаттың ҡулына биш мең аҡса сығарып тотторғас, Мәрғиә саҡ шартламаны. Машинаға инеп ултырыу менән иренә ябырылды: “Ипотека түләргә саҡ-саҡ еткерәбеҙ, ә һин шунсама аҡсаны уңлы-һуллы һелтәйһең!” “Ирҙән иргә йөрөгән бисәнең балаһы әллә Илфаттыҡы, әллә икенсе берәүҙеке? Туғыҙ ай ҙа булмай ҡалды бит йәшәүҙәренә!” − тип, күңелендәге икеле-микеле уйын да ҡыҙған баштан әйтеп ысҡындырғайны. Икенсе тапҡыр күреүе тап ярты йылдан һуң, Илфатты ерләгәндә булды. Урманда бура бурағанда, өҫтөнә бүрәнә төшөп, ҡәйнешенең үле кәүҙәһен генә тейәп алып ҡайттылар. Йыназа ваҡытында бер нәмә лә аңламаған алты айлыҡ сабыйҙың, атаһын һуңғы юлға оҙатышырға килгән кешеләрҙе аптырап күҙәткәне, ҡайғынан һеңгәҙәгән килендәше балаһын имеҙә алмағас, күрше-тирәнән ингән ҡатындарҙың асығып илаған Нурғәлегә шешәнән кәзә һөтө эсереп маташҡаны ныҡ иҫендә ҡалған... https://ejansura.ru/news/hikaya/2026-09-27/etem-ha-y-4826543