Юл фажиғәһендә Назарҙың ғүмере өҙөлөп, минең ҡулда йәнә бер “атайһыҙ” йән ҡалды. Дүрт й... — 1 октября 2026 г. в 13:56:21.440
Юл фажиғәһендә Назарҙың ғүмере өҙөлөп, минең ҡулда йәнә бер “атайһыҙ” йән ҡалды. Дүрт йәшлек ҡыҙғынамды ҡосаҡлап, йәш кенә көйөнсә киткән һөйгәнемде, ҡанатһыҙ ҡош хәлендә ҡалған үҙемде, етем мөһөрөнә дусар сабыйымды йәлләп, өнһөҙ генә илай инем... Иремде ерләгәндә, еҙнәм дә, апайым да килә алманы. Береһе командировкала булған, икенсеһе сырхаулап торған икән... Һуңынан, бер осрашҡанда, апайымдың: “Үлгән артынан үлеп булмай, ҡайғырма. Һин әле йәш, яҙғаны табылыр әле...”, - тип йыуатып маташыуы ла әрнегән яраларға тоҙ һипкәндәй ине. Көндәр үтә торҙо... Бер шулай, әсәйем ҡаты ауырып түшәккә ятып киткәс, апай менән еҙнә килде. Мине соланға саҡырып, Нәғимә апайым ашыға-ашыға хәбәрен теҙҙе. Улар менән бер йортта еҙнәмдең етәксеһе йәшәй икән. Шул әҙәмдең ҡатыны үлеп, ике бала менән тол ҡалған да, үҙе әйтмешләй, “донъя көтөрлөк ябай ғына ҡатын” кәрәк, йәнәһе. Хәл белешеү һылтауы менән мине димләп йѳрѳгән апай: - Риза булһаң, бар. Ул фатиры, ул йыһазы - иҫең китер! Дәрәжәһе лә юғары... Һүҙһеҙ ҡалдым. Шулай ҙа: - Әсәйҙең хәле ауыр, - тинем тамаҡ төбөндәге төйөрҙө көс-хәлгә йотоп... - Нишләйһең инде, йәшәгән тиклем йәшәр, - апайымдың хаттин ашҡан вайымһыҙлығы мине йәнә тетрәндерҙе. https://gazeta-toratau.ru/articles/rubrika-7/2026-10-01/tilek-y-4827535