Үҙҙәренең бер бөртөк улына кәләш әйттерергә тип, Ғәли ағай менән Ғәлиә еңгәләргә ҡыҙҙар... — 3 октября 2026 г. в 16:30:12.679
Үҙҙәренең бер бөртөк улына кәләш әйттерергә тип, Ғәли ағай менән Ғәлиә еңгәләргә ҡыҙҙарын һоратып, ҡоҙалар килеп төштө. Ҡаланан үҙҙәре, башҡорт булһалар ҙа, ни үҙ телдәрендә, ни урыҫса, ни татарса түгел, һупалайҙар өс телде бергә бутап. Алдан, әлбиттә, ҡасан, ҡайһы көнгә килеүҙәре килешеп ҡуйылғас, һый ҙа әҙер, ризыҡ менән һығылып торған өҫтәл дә ҡунаҡтарҙы көтә ине. Ултырышҡас (бер – береһе менән тышта, ҡаршы алғанда уҡ танышҡайнылар), ғәҙәттәгесә, күпмелер ваҡыт һүҙ – һүҙгә берекмәй торҙо. Танышыу хөрмәтенә берәрҙе күтәреп алғас, буласаҡ ҡоҙа урынынан ҡалҡынды: - Значит, эшләр шулай тора, иптәшләр! Булачак кода – кодагый дисәм дә хата булмас. Бездән - жигет, сездән – кыз, тиздән туган булабыз!.. О, шигыр да получился. Шулай... Яшьләр үзләре бер – берсен окшаткач, без не против. Ана, спальняга кереп бикләнгәннәр дә уже. Әйдәгез, улар өчөн салыйк, булмаса... “Салыйк!” йәштәр өсөн дә, буласаҡ ҡоҙа – ҡоҙағыйҙар өсөн дә, башҡа күп кенә нәмә өсөн дә байтаҡ ҡына күтәрелә торҙо, ҡунаҡ ҡоҙа иҫерә тѳштѳ. Ҡоҙағый ҙа унан ҡалышмай, апаруҡ булды. Хужалар ныҡ бирешмәне. Ғәли ағай ҡунаҡтар менән шулай ҙа алдағы никах, туй тураһында әҙ – мәҙ һөйләшеп өлгөрҙө, шикелле. Ғәлиә еңгә үҙебеҙҙең йолаларҙы, боронғо ғөрөф – ғәҙәттәрҙе һаҡлап нисек ҡыҙ биреүҙе уларға аңлатып маташты... Иртәгәһенә буласаҡ туғандар мунса төшөп, ах та ух килеп әҙерәк ятып ял итеп алғас, ҡайтып китте. Бына никах уҡытырға һөйләшеп, тәғәйенләнгән көнгә ҡоҙа – ҡоҙағый, туғандары өс машинала ҡыҙҙың өйөнә килеп төштө. Ғәли ағай менән Ғәлиә еңгә уларҙы еренә еткереп, бик ҡунаҡсыл ҡаршы алды. Ике яҡтың да туғандары бер – береһе менән танышып бөттө. Өйгә инеп өҫтәл артына ултырышып, мулла никах уҡый башлар алдынан ғына ҡоҙағый ҡоҙаның ҡолағына ниҙер шыбырланы. Тегеһе тиҙ генә сығып, машинаһынан әллә ни ҙур булмаған пакет алып инде. - Эй шушы памятны, онота язганбыз, дулкынланып. Бүләкләр алып килдек бит без сезгә, как договорились. Шулай... Бына кодагый сиңа мясо. Бик симез үрдәкнеке ул. Настоящий мясо. Ә кода сиңа магарь, мә тот! – ҡоҙа пакетынан сығарып Ғәлиә еңгәгә өйрәк, Ғәли ағайға бер ярты тотторҙо... Бар халыҡ шымып ҡалды. Мулла, нишләптер, тартып ултырған тиҫбеһен иҙәнгә төшөрөп ебәрҙе. Ғәлиә еңгә ҡулындағы туң өйрәк менән ни эшләргә белмәне, ә Ғәли ағай уңайһыҙланып араҡы шешәһен бер өҫтәлгә ҡуйҙы, бер кире алды. Ҡоҙа – ҡоҙағыйҙарының был бүләктәренә икеһе лә рәхмәт һүҙҙәрен дә әйтергә оноттолар хатта. Тынлыҡты беренсе булып мулла боҙҙо: https://tamasha-rb.ru/articles/satira-m-yumor/2024-03-21/m-s-m-m-r-3695140?utm_campaign=119242692&utm_medium=social&utm_source=vk