– Иртән һыйыр һауам тип ҡайтһам, тегеләр икәүләп минең карауатта йән белмәй йоҡлап ятал... — 3 октября 2026 г. в 14:51:10.607
– Иртән һыйыр һауам тип ҡайтһам, тегеләр икәүләп минең карауатта йән белмәй йоҡлап яталарсы. Быяланы зыңҡылдатҡансы туҡылдатҡайным, һикерешеп тороп кейенә башланылар. Теге ҡыҙ шым ғына сығып китте, Таһирҙы ебәрмәнем, тороп тор, мин әйтәм, һөйләшәһе һүҙ бар. Оятһыҙ, тим, нишләп ҡыҙ баланы улай хур итеп йөрөйһөң. Ишшү, етмәһә, минең өйөмдә. «Еңгә, юҡҡа туҙынаһың, – ти был, иҫе лә китмәй, – үҙең күрҙең бит, мин уны һөйрәкләп килтермәнем. Ә ниңә, йәшлектең бер кисен бер сибәр менән уҙғарғанмын икән...» Биллаһи, бына шулай тине. https://ejansura.ru/news/hikaya/2026-10-03/in-gen-4833574