…Шау сәскәгә күмелгән туғайҙан икәү атлай. Ҡулға-ҡул тотоношҡандар. Үҙҙәре юҡтан да ҡыҙ... — 3 октября 2026 г. в 10:58:14.629
…Шау сәскәгә күмелгән туғайҙан икәү атлай. Ҡулға-ҡул тотоношҡандар. Үҙҙәре юҡтан да ҡыҙыҡ табып, шарҡылдап көлөшәләр, шаяралар. Ҡыҙҙың башында ялан сәскәләренең иң сағыуҙарынан ғына яһалған нәфис таж. Өҫтөндә иҫ киткес матур, үҙенә үтә лә килешеп торған зәңгәр төҫтәге күлдәк. Егет ап-аҡ күлдәк, ҡара салбар кейгән. Тулҡынланып торған ҡара сәстәре, көлөп ҡараған ҙур яғымлы күҙҙәре уны тағы ла һөйкөмлөрәк итә. Егет, ташҡын хистәрен тыя алмай, ҡапыл ҡыҙҙы ҡосағына ала ла уны шашып-шашып үбергә тотона… Был икәү – Зәлифә менән Айбулат. Күрше ауылға ҡунаҡҡа ҡайтып килгән Айбулаты менән Зәлифә бер нисә көн генә күрешмәгән инеләр – шул тиклем һағынышҡандар! https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-08-27/in-kit-e-min-alam-4793852