Аяныслы тыуған көн
Аяныслы тыуған көн Ҡәҙриә ҡыҙын бала табыу йортонда ҡалдырып сығырға ҡарар итте. Сығыр алдынан бәләкәсенең йүргәктәрен сисеп, бөтә тәнен ҡараны, ҡош балаһы кеүек ауыҙын асып ятҡан ҡыҙыҡайҙың уң яҡ янбашында шырпы башы ҙурлығындай ғына ҡып-ҡыҙыл миңе бар ине. Ҡәҙриә ҡошсоғоноң миңенән үбеп алды ла йәһәт кенә уны кире төрҙө һәм һуңғы тапҡыр имеҙеп, бала табыу йортонан илай-илай ҡасып сығып китте. Бәләкәсен, бауыр итен, үҙе менән бергә алып сығыр ине лә бит, ни йәшәргә өйө, ни эше юҡ. https://dairagazite.ru/articles/novosti/2026-10-04/ayanysly-tyu-an-k-n-4834771