Граждандар һуғышы ваҡытында әллә аҡтары, әллә ҡыҙылдары ирен алып китеп ғәйеп булғас, Ҡ...
Граждандар һуғышы ваҡытында әллә аҡтары, әллә ҡыҙылдары ирен алып китеп ғәйеп булғас, Ҡанышбикә инәйебеҙҙең күңел яраһын береһенән-береһе уңған, үҙҙәре һылыу өс улы бер аҙ еңеләйтә ине. Хатибы ла, Латибы һәм бәләкәс Талибы ла инәләре өсөн өҙөлөп торҙолар. Өсәүләшеп Еҙемгә һыу инергә барғанда тирәктәрҙә һайраған төрлө ҡош тауыштарын тыңлап кинәнделәр. Ә кәкүк тауышына айырым иғтибар иттеләр. "Кәкүк апай, минең ғүмерем нисә йыл?” – тип һорауҙары була, шуны аңлағандай ҡош ҡысҡыра башлай. Малай тауышты һанай, кемгә күберәк ҡысҡыра, шул: "Ура, минең ғүмер бөтәгеҙҙекенән дә оҙағыраҡ”, - тип көлөшөп алалар. Малайҙар малайҙар инде. Ҡайһы саҡ донъяларын онотоп оҙағыраҡ йөрөп ташлайҙар. Шул саҡ ҡулына исем өсөн генә сыбыҡ тотоп, инәләре килеп етә. Ә малайҙар ғәфү үтенеп, уны етәкләп алып, көлөшә-көлөшә бергәләп ҡайтып китерҙәр ине. Шулай итеп, йыл артынан һиҙҙермәйенсә йылдар үтеп, улҡайҙарының үҫеп етеп, ҡул араһына кергәне лә һиҙелмәне. Донъя көтөүе еңеләйҙе. Улдары инәләренең ҡулына эш теймәһен өсөн тырышты. Ҡанышбикә нисек итеп улҡайҙарын өйләндереп, үҙе өләсәй булып, ейән-ейәнсәрҙәрен һөйөп, артабан тағы ла матурыраҡ итеп йәшәү тураһында хыялланды. Ирен юғалтыуҙан ҡалған күңел яраһы ла бөтәшә башлағайны инде. Ләкин "Германия һуғыш асҡан” тигән хәбәр аяҙ көндө йәшен йәшнәгәндәй тәьҫир итте уға. Улҡайҙарын уйлап йоҡоһо осто инәйҙең. Унан һуң күп тә үтмәне, ауылдағы бер төркөм ир-ат менән иң оло улы Хатипты һуғышҡа оҙаттылар. Уның артынса уҡ Латибы һәм яңы ун һигеҙе тулған Талибын да алып киттеләр. Инәйҙең ҡапыл бөтә донъяһы емерелеп, уй-хыялдары селпәрәмә килде, зиһене буталды. Өйөнә керһә лә, сыҡһа ла йәм тапманы. Шулай ней үле, ней тере, аңҡы-тиңке булып йөрөгәндә күршеләре кергеләп, йә үҙен сәйгә саҡырып ҡайғыһын бер аҙ еңеләйтергә тырыштылар. Йыл артынан йылдар үтте. Ләкин һуғыш бөтөргә уйламай ҙа. Һағыныуҙың сигенә еткән инәй Еҙем буйына барып, улдарының киткән юлдарына ҡарап, ғәзизкәйҙәренең исемдәрен әйтеп саҡырып ҡарай аптырағас. Ләкин уға яуап итеп тирәктәрҙән кәкүк тауыштары ғына ишетелә. - Хааатип!!! - Кәк-күк… - Лааатип!!! - Кәк-күк… - Тааалип!!! - Кәк-күк… Арып-талып йөрөп ҡайтҡас, бер үҙе ултырып ашарға тамағына аш бармағас, үҙенә генә түгел, һауыт-һабалар ултыртып өс улына ла аш һала һәм өсөһөнөң дә исемдәрен әйтеп, ҡыҫтап "ашата” һәм үҙе лә әҙ-мәҙ ҡапҡылап ала. Хәл белергә тип килгән күршеләре өйҙә кеше һөйләшкән тауышты ишетеп, бер аҙ тыңлап тора. Өйгә инһәләр https://tamasha-rb.ru/articles/common_material/2025-10-29/k-k-k-apay-mine-merem-nis-yyl-4445083