Бер кабинетта пенсионер апай менән ултырып эшләнем. Пенсионерҙың пенсионеры ине инде, о...
Бер кабинетта пенсионер апай менән ултырып эшләнем. Пенсионерҙың пенсионеры ине инде, олоғайғансы эшләгән. Аҙаҡ хаҡлы ялға китте. Унда ла аралашып торҙоҡ, апай йылына бер-ике булһа ла сәйгә-ашҡа саҡырҙы, шылтыратты. Бер мәл шул апай әйтә бит: – Һылыу, һин кеше араһында күп йөрөйһөң, миңә иптәшкә берәй бабай табышып бир әле. Ошонда түтәл ҡаҙышып, ҡош-ҡорт ҡарашып йөрөһә лә... Мин уның өҫ-башын йыуып, тамағын ҡайғыртыр инем. Артыҡ етдигә алманым да әйткәнен, әммә бер хәл был хәбәргә иғтибарымды кире ҡайтарҙы. Бер мәҙәниәт усағында ла яҙыу-һыҙыуҙа йөрөй инем, шундағы директорым һүҙ араһында әйтеп һалды: – Бынауы, кем ағайҙы, берәй әбейгә индереп ебәрергә ине ул. Ҡарауһыҙ йөрөй, яңғыҙ. – Кем ағайҙы? – тием. – Плотникты беҙҙең. Әбей табып бирегеҙ, тип башты ғына ҡатыра. – Ҡарағыҙ әле, миндә лә бер әбей иптәшкә бабай һорай ине, – тип әйт тә һал. – Давай, таныштырайыҡ әле! – директорым, ихлас, шаян кеше, дәртәнде лә китте. Икенсе көн үк, бабайҙы хужа машинаһына ултыртып алып, күстәнәстәр тейәп, яусыларға киттек. Әбейҙең ихатаһына килеп ингәйнек, директорымдың һушы китте: – Ҡайһылай тәртип! Вәт, таҙалыҡ! Был апай шәп апай, тимәк! Ә “кейәү” үҙенең оҫта икәнлеген белдереп килә: – Ҡапҡаһы шығырлай... тупһаһы ҡыйшаған икән... Өйҙә апай (инәй инде, әбей), тәмле итеп нимәлер бешергән. Инеп күрештек, таныштыҡ. Өҫтәл ултырттыҡ. Тап төш мәле. Бер аҙ көсөргәнешлек тыуғандай булғайны, директор водителенән коньяк индертте. Халыҡ аҙыраҡ терелеп китте, теле асылды. Күңелле генә ултырабыҙ. Директор бабайҙы маҡтай, мин – инәйҙе... Аҙаҡ миңә директор әйтеп ҡуйҙы: – Держи под контролем. Оҙаҡҡа һуҙма. Ҡартты күсереүгә машина бирермен. Артабан быларҙың мөнәсәбәте өсөн яуаплы булып ҡалдым хәҙер. Инәйгә шылтыратһам, был нимә ти: https://tamasha-rb.ru/articles/satira-m-yumor/2024-10-14/yausy-bula-almanym-3967146?utm_campaign=119242692&utm_medium=social&utm_source=vk