"Ҡаҙымдың туғыҙ бәпкәһе берсә үлде, әүрәп йөрөргә, исмаһам, береһе лә ҡалманы бит. Ҡайһ...
"Ҡаҙымдың туғыҙ бәпкәһе берсә үлде, әүрәп йөрөргә, исмаһам, береһе лә ҡалманы бит. Ҡайһылай ғына зарланып илап йөрөй. Минең дә туғыҙ балам тыуып торҙо, үлеп торҙо. Һәр баламды ерләгән һайын шулай, ошо инә ҡаҙ кеүек, әсе ҡайғыларымдан үҙемә урын таба алмай, зарығып, һарһылып илап йөрөй торғайным. Унынсы балам Мөхәмәтемде һатып алдыҡ, шунан Вәрисем йәшәп китте. Өйөбөҙ шул тиклем тынысһыҙ булды. Өйҙө күсереп һалырға ҡайҙа һуң аҡсаһы, етешһеҙ тормош ине бит..." Мөхәмәт ағайҙың ҡатыны Рәшиҙә еңгә лә, һүҙгә ҡушылып китте: "Эйе, ҡәйнәмдәр менән бергә шул өйҙә йәшәп ятҡан саҡта беҙҙең дә тәүге балабыҙ ауырымай ҙа ине, шул тиклем ныҡ итеп иланы ла иланы. Аптырағас, больницаға алып барҙыҡ. Врачтар ҙа ярҙам итә алманы, бәпәйебеҙ үлеп ҡуйҙы. Ҡараһаҡ, ғәжәп иттек: арҡаһында биш бармаҡ эҙе тора ине. Икенсе балабыҙ тыуғас, бер йәше тулғансы, атай йортонда йәшәнем. Үҙем менән бәләкәй саҡта булған хәл тураһында атайым менән әсәйем һөйләгәне иҫкә килеп төштө. Элек ауылдың уртаһында йәшәй торғайныҡ. Атайым менән әсәйемдең, өйөбөҙ ныҡ тынысһыҙ булды, тип һөйләгәндәре хәтерҙә. Миңә бер йәштәр самаһы булғандыр, иртә һөйләшкәнмен. Бер ваҡыт төн уртаһында атайым әсәйемде: "Тор әле, тор, әллә нимә күкрәгемә баҫып, сәңгелдәккә ырғыны", - тип уятҡан. Әсәйем мине сәңгелдәктән алайым, тип эйелһә: https://tamasha-rb.ru/articles/khal-ym-auly-y-ilem-bayly-y/2025-04-24/balaly-keshe-bay-keshe-4210686