Эсемдә үҙем дә аңламаған нимәлер бығырҙап тик тора. Юҡ, ауыртмай ул, әллә нимә эшләй. Ө...
Эсемдә үҙем дә аңламаған нимәлер бығырҙап тик тора. Юҡ, ауыртмай ул, әллә нимә эшләй. Өйҙә нимәнеңдер үҙгәргәнен һиҙәм, тик нимә икәнен генә аңлай алмайым. Шатлыҡ йә ҡайғы килер булһа, эсемдәге баяғы нәмәҫтәкәй һулҡылдап һиҙҙерә. Гел генә. Ҡустым тыуыр алдынан да шулайтҡайны. Ул саҡта әсәйем менән атайым миңә бәпес алып ҡайтасаҡтарын әйтмәй, әллә нисек кенә булып үҙгәреп йонсоттолар. Күҙҙәре менән һөйләшеп, ирен сите менән генә йылмайышҡандарын мин күрмәй тип уйлайҙармы икән? Түҙеп йөрөнөм-йөрөнөм дә, тоттом да әйттем: – Хатта бәләкәй балаға һанап маташаларсы! Әйтмәһәгеҙ ҙә беләм! Вис кенә аңланым инде – ҙур бит инде мин! Быйыл көҙгә мәктәпкә барасаҡмын! Тегеләр аптырашып китте: – Нимәне аңланың, бәләкәс? – Бәләкәс булмаһа ярар ине! Ҙур тейем бит! – Улай булғас, нимәне аңланың, ҙурыҡас? – Бәпес алаһығыҙ икәнен! Теге икәү бер-береһенә ҡарап, күҙҙәрен һупайтты. «Һин ысҡындырҙыңмы?» тиеүҙәре инде. Икеһе лә, бер-береһенә инәлеп ҡарап, башын сайҡаны, әйтмәнек, йәнәһе. – Бына һиңә – мә! – тине атай. – Кем әйтте, ҡыҙым? – Әйтмәне! Үҙем белдем! – Бик яҡшы! Нисек әйтергә икән, тип баш вата инек... Һин ҡаршы түгелме, Тамсыгөл? – Әсәйем йәһәт кенә яныма килеп, ҡосағына ала һалды. Мин үсегеп китмәһен тигәнен беләм инде. «Кәзәм» төкөй башлағанын һиҙҙермәҫ өсөн өндәшмәйем, баш ҡына һелкәм. – Эй, ҡыҙым, ҙур үҫкәнһең икән шул! Һиңә иптәш итеп ҡусты йә һеңле алып ҡайтабыҙ. Магазинда кемеһе бар, шуныһын алабыҙ... – Мин атайымдың алдағанын вапшы яратмайым. Әллә ҡайҙан беләм шуның алдағанын, хатта әсәйем белмәгәндә лә мин белә лә ҡуям. Шуға тиҙерәк уның алдағын өҙә һалам: – Эйе шул, шулай бумаһа ярар ине! Магазинда бәпес һатылғанын күргәнен бармы? Бына, әсәйҙең эсендә ята ул, белдиш! Икеһе бергә пырх итеп ҡалдылар ҙа, алмашлап мине үбергә, иркәләргә тотондолар. Беләм инде – мин тыуасаҡ бәләкәсте артыҡ күрмәһен, үсегеп йөрөмәһен, ҡарашһын, тигәндәрен. Ҡарашырмын да шул! Әтеү бер минең генә бәләкәс туғаным юҡ, башҡаларҙыҡы вис бар. Уларҙың ҡусты-һеңлеләрен илата-илата эйәртеп йөрөгәндәрендә йәнем көйһә лә, хәтәр күрге килә бәпесте! Шуға үсегеүемде лә йәшерергә тырышам: алмай ҡуйһалар, ҡалайтырмын! Илаҡ булһа ла, алһыннар! Әүрәтермен әле!.. ...Шул бәпес көткән шатлыҡлы мәлдә лә эсем бығырлап ыҙалатҡайны. Унан ҡәртәсәм килер булһа, йә миңә шәп кенә күлдәк һатып алыр булһалар ҙа кетерләй ине. Алдан һиҙеп тора инем бәхетле минуттарҙы. Ә насар берәй нәмә булырға итһә – эсем икенсе төрлө белгертә. Ҡартатай үлер алдынан да шулайтҡайны: әсеттереп кенә һыҙлағайны. Бына бөгөн дә иңрәйсе. Уй, атайым йә әсәйем үлеп ҡуймаһын тағы! Мин эстән генә Хоҙай олатайҙан уларға ғүмер һорайым: «Ҡустым менән мин үҫеп еткәнсе генә йәшәһендәр инде!» Ҡәртәсәм өйрәткәйне, хәҙер ураған һайын шулайтып ҡабатлап йөрөйөм. Ә эс барыбер көтөрләй... Өйҙәгеләрҙең тын алышы ла икенсе кеүек. Кисә кис буйына атайым верандала ултырып, гармун тартты. Күптән уйнағаны юҡ ине, эй уйнаны, эй уйнаны! Элек әсәйем уның гармун тартҡанын ныҡ ярата ине. Эргәһенә ултыра ла, һул яҡ яурынына башын һалып тыңлай. Әйтерһең, шулай терәлеп ултырмаһа, ишетмәй! Мин ана әллә ҡайҙа, өй эсендә ултырһам да ишетәмсе! Атайымды ҡыҙғанып, мин уның икенсе яғынан барып һырылам. Белеп торам, икәүебеҙ ҙә атайға уйнарға мишәйтләйбеҙ. Шулай ҙа китмәйем, әсәй ултырғас, мин дә ҡуҙғалмайым. Ҡай сағында әсәйем гармунға ҡушылып йырлап та ебәрә. «Үтә ҡыҙылдар тиҙ уңа, беҙ алһыуҙары ғына...» Әсәйҙең тауышы матур, зыңғырлап тора! Эй, күңелле була! Бер аҙҙан шыпырт ҡына атай ҙа ҡушыла. Хатта мин дә мөңгөрләй башлайым. Шул саҡта ла эсемдә ниндәйҙер нәмә ҡымырйый башлай, быны хәҙер беләм – шатлыҡ! Ә был юлы әсәйем хатта атайымдың эргәһенә лә сыҡманы. Ул-был эшен эшләп, быныһын шылдырып, тегеһен рәтләп йөрөнө лә, ишекте асып: «Ин, ят! Күршеләргә йоҡларға хут бирмәйһең!» – тине ят бер тауыш менән. Показать полностью...