Иртәгеһенә иртән Илһамдың ҡулына эш барманы. Әммә мейеһенә инеп оялаған “яман шеш” тигә...
Иртәгеһенә иртән Илһамдың ҡулына эш барманы. Әммә мейеһенә инеп оялаған “яман шеш” тигән уй уны алға ҡыуҙы. Күтәрмәлә баҫып торған килеш ихатаһын байҡап алды ла келәттән лом сығарып, ҡоймаһын емерергә тотондо. Таҡталар еңел айырылды, бағаналар менән генә оҙаҡ маташты. Тауышҡа өй ишегенән башын тығып бер талай күҙәтеп торған Маһибәҙәр әбей яҡын уҡ килеп, элекке ҡоймаға йәнәш, ләкин ике метр эскәрәк ҡаҙылып ятҡан соҡорҙарға сәйерһенеп текләне: – Ни ҡыланыуың ул? Илһам ҡоро ғына яуап бирҙе: – Ҡойма яңыртам. Элекке сиктән, инәй. Маһибәҙәр әбей өндәшмәне. Ҡулдарын арҡаһына ҡаушырып арлы-бирле йөрөштөргөләне лә солан тупһаһына барып ҡунаҡлап, көнө буйы күршеһен күҙәтеп ултырҙы. Нимә тураһында уйлағандыр ул, билдәһеҙ. Моғайын, Ғәләүетдин улы хаҡындалыр. Өс көн китте был эшкә. Үҙе генә тир түкте ул. Ҡулың менән эшләгәнде иңең менән күтәр тигәндәй, яңылышлығын үҙе төҙәткеһе килде. Ҡойма яңыртылды. Әммә күңеле урынына ултырманы. Туҡта, ә ул үлгәс, мулланы ҡайҙан табырҙар? https://gazeta-toratau.ru/articles/rubrika-7/2026-10-05/ler-aldynan-4834878