Әсәй, минең кәүҙәм ҙур тал төбөндә...
Әсәй, минең кәүҙәм ҙур тал төбөндә... Был ваҡиға бар ауыл һәм район халҡын шаҡ ҡатырғайны. Инде ун ике йыл үтһә лә, йылғаның шул еренән үтеп барған һәр кем әлеге ғаиләнең фажиғәһен хәтерләмәй китмәй... Айгөл менән Ринат яратышып өйләнешә. Үҙҙәренә һоҡланмаған кеше ҡалмағандыр. Баш ҡалала юғары белем алған йәштәр ауылға ҡайтмаҫ, ҡалала ҡалып, еңел тормошта йәшәр тип фаразлаһалар ла, улар ауылды үҙ итә. Айгөл клубта эшләй башлай, Ринат - ауыл амбулаторияһында табип. Йәштәрҙе тиҙ арала үҙ итәләр. Айырыуса килен булып төшкән Айгөлдө яраталар. Ул клубта эшләп ауылға яңы һулыш өрә, гөрләтеп ебәрә, аҙна һайын матур саралар үткәрә. Ғаиләнең ауылда төпләнеп йәшәй башлауына биш йыл ваҡыт та үтеп китә, тик һаман балалары булмай. Кешеләр шыш-пыш килә башлағас, Айгөлгә сәйер төш керә. Бер малай килә лә, атай-әсәй, мине көтөгөҙ, юлға сыҡтым, ти. Тик инде һөйөнгән Айгөлдө бәләкәй малай шикләндерә лә. “Әсәй, һин ҡайғырма, тик мин оҙаҡҡа түгел”, – ти малай. Йәш ҡатын шикләнә, бик оҙаҡ уйлана был төшө тураһында. Ә инде был турала онота башлағас, ауырға ҡалғанын һиҙеп ҡала. Йәш ғаилә был ваҡиғаға ныҡ ҡыуана һәм түҙемһеҙләнеп сабыйҙы көтә башлай. Ошо шатлыҡ араһында Айгөл төшөн иҫенә төшөрөп, күңеле болоҡһоп китә, тик насар уйҙарын башынан ҡыуып, ҡыуаныслы ваҡиғаға әҙерләнеүен дауам итә. Күңеленең бер мөйөшөндә генә Айгөл, әгәр бала ҡыҙыҡай булһа, насар төшөм ысын булмаҫ һәм уны онотормон тип өмөтләнеп йөрөгән сағында, ул ир балаға ғүмер бирә. Шикләнә, ҡурҡа яңы мәшәҡәттәргә сума ғаилә. Тик уйҙары тынғы бирмәй башлағас, төшө тураһында иренә һөйләргә батырсылыҡ итә. Тормошҡа аныҡ ҡараған Ринат уны насар уйҙары өсөн әрләп ташлай, был турала башҡа һүҙ күтәрмәҫкә ҡуша. Бәләкәй Тимур, бөтәһен дә ҡыуандырып, бик аҡыллы, матур, шуҡ бала булып үҫә. Айгөл төшөн оноторға тырышып, күңеленең бер мөйөшөнә бикләп ҡуя. Әммә... Был төш тормошҡа ашыр өсөн килгән булған шул... - https://tamasha-rb.ru/articles/common_material/2024-09-24/s-y-mine-k-m-ur-tal-t-b-nd-3943624?utm_campaign=119242692&utm_medium=social&utm_source=vk