Эйе... ҡатыны Гөлсөм Бикбулатова түгел шул... Ундай нескә биле лә, аҡҡош муйыны ла, оҙо...
Эйе... ҡатыны Гөлсөм Бикбулатова түгел шул... Ундай нескә биле лә, аҡҡош муйыны ла, оҙон сәсе лә, һандуғас тауышы ла юҡ. Һуңғы йылдары ныҡ йыуанайып китте. Балтырҙарының һәре генә лә берәр Гөлсөмдәй бар. Эйәге лә ике-өс ҡатлы булып үңәсен ҡаплап ятты. Сәсен әллә нимәһен ҡып-ҡыҫҡа итеп алдыра ла ташлай. Алдындағы әле генә йомдороп ҡуйған аш тәрилкәһенә күҙен төшөрҙө лә, артабан уйын дауам итте Әмир: Гөлсөм Бикбулатова менән йәшәһә нисек булыр ине икән? Моғайын, ошонда сәсен йәлпелдәтеп матур итеп үтеп-сүтеп йөрөр ине. Тәмле хушбуй еҫтәре һибелеп ҡалыр ине. Аяғында бейек үксәле туфли ине бит әле уның телевизорҙа, тырнаҡтары ҡып-ҡыҙылға буялған ине. https://ejansura.ru/news/hikaya/2026-10-07/oy-a-ayna-anda-mil-sh-a-armanova-hik-y-4838018