Тәүге туй
Тәүге туй Кейәү менән кәләштең икәүһен генә ҡалдырып сығып барғанда, еңгәләре мәрәкәләп: - Икәү булып ятығыҙ, өсәү булып тороғоҙ, - тигән булдылар. Исем өсөн генә әйтелде был һүҙҙәр, йола үтәү өсөн генә. Кәләш алдан ауырлы ине инде. Өсәү булып тормаҫ элек үк. Ауырлы булмаһа, ҡатыны үлгән иргә өс бала өҫтөнә барырға риза булыр инеме ни Һөйәрбикә?.. https://gazeta-toratau.ru/articles/rubrika-7/2026-10-07/t-ge-tuy-4834886