БЫҒА БАЙМАҠТАРҘЫҢ ҒЫНА БАШЫ ЕТӘ!
БЫҒА БАЙМАҠТАРҘЫҢ ҒЫНА БАШЫ ЕТӘ! Бына халыҡ Бөйөк Ватан һуғышына арналған кисәгә йыйылды. Сара һәүетемсә генә башланып китте. Тәүҙә бик йөкмәткеле доклад булды. Унан һуғыш ветерандары һөйләне. Аҙаҡ тыл ветерандарына һүҙ бирҙеләр. Әлбиттә, уларҙың һөйләгәне берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Ысынлап та, улар бик тулҡынланып, ауыр һуғыш йылдарын иҫкә алды. Аҙаҡ Бөйөк Еңеүгә берҙәй тос өлөш индергән һуғыш һәм тыл ветерандарына ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙылар. Шунан кисәнең икенсе өлөшө башланып китте. Урындағы һәүәҫкәр әртистәр Бөйөк Ватан һуғышына арналған спектакль әҙерләгәйне. Дөрөҫөн әйткәндә, залда ултырғандарҙың күбеһе ошо спектаклде ҡарар өсөн килгәйне. Спектакль бик матур ғына башланып китте. Һәүәҫкәр әртистәр бар тырышлыҡтарын һалып уйнап йөрөйҙәр ине, уйламағанда бер сетерекле хәл килеп тыуҙы. Сәхнәнең иң алдына һәм ҡап уртаһына ултыртылған тауышкөсәйткес эшләмәне лә ҡуйҙы. Халыҡ уны колонка тип атай. Бына шул колонка тик торғанда кәзәләнә башланы. Йә ул бөтөнләй өндәшмәй, йә ҡапылдан ғына бар көсөнә ҡысҡыра башлай. Тамам теңкәгә тейҙе был. Бындай хәлдә бер генә сара бар - уны ҡараштырып, бер аҙ "өшкөрөп" алыр кәрәк. Күптәр, моғайын, әртистәр халыҡтан ғәфү үтенеп, тамашаны туҡтатып торғандыр ҙа, колонканы йүнәтә башлағандарҙыр, тип уйлағандыр әле. Бәлки, был хәл башҡа урында була ҡалһа, тап шулай итерҙәр ине. Ләкин Баймаҡта түгел. Баймаҡтар был хәлде үҙҙәренсә, баймаҡтарса ғына хәл иттеләр. Тамашаны туҡтатып торманы улар, ә килеп тыуған хәлгә яраҡлаштырып, спектаклде дауам иттеләр. Бына бер мәл сәхнәлә бер үҙе тороп ҡалған әртист сәхнәнең иң алдына килеп, әлеге лә баяғы колонкаға һуғып, ошолай тип ҡысҡырып ебәрҙе: https://tamasha-rb.ru/articles/kultura/2024-04-12/by-a-bayma-tar-y-yna-bashy-et-3726041?utm_campaign=119242692&utm_medium=social&utm_source=vk