Зөлфирә саҙаҡа һала торған һауытҡа аҡсаһын төшөрҙө лә, муллаға табан боролоп ултырҙы. –...
Зөлфирә саҙаҡа һала торған һауытҡа аҡсаһын төшөрҙө лә, муллаға табан боролоп ултырҙы. – Ҡыҙығыҙ Гөлсирә рухына доға ҡылырғалыр? Аҙна һайын килгән ҡатынды танып тора инде уныһы ла. Хәйер, бәләкәй генә ҡасабала күптәр бер-береһен, яҡындан булмаһа ла, йөҙгә белеп тора. – Юҡ, был юлы үҙемә доға кәрәк... Гонаһтарымды ярлыҡауҙы һорап. – Аллаһы Тәғәлә мәрхәмәтле, тәүбәгә килеүсе һәр бәндәһен ғәфү итә... Зөлфирә һәр ваҡыттағыса мәсеттән бер аҙ тынысланып сыҡты. Тик барыбер ауыр уйҙарынан арына алманы. Ә йөрәгенә мәңгелеккә уйылған ҡара ҡайғы выждан ғазабы менән берегеп, йәнен телгеләүен дауам итәсәген ул аңлай. Ҡалған ғүмер юлын үкенес һәм күҙ йәше менән үтеүҙән башҡа сараһы ла юҡ кеүек. ...Педагогия училищеһын тамамлау менән ҡулына яҡындағы бер район үҙәгенә эшкә юллама тотторҙолар. Юғары белеме, эш тәжрибәһе булмағандарҙы артыҡ саҡырып бармағандарын белә ине, шуға ла тәҡдимде шатланып ҡабул итте. Әсәһе генә: “Иҫән сағымда кәм-хур итмәм, институтҡа уҡырға бар”, – тип ҡаршы әйтеп ҡарағайны ла, тыңламаны. Берәр йыл эшләп, ял итеп алғас, ситтән тороп уҡыу бүлегенә барыр әле. Етмәһә, яҙға һөйгәне Илгиз дә әрме хеҙмәтенән ҡайтасаҡ. Ҡыҙ эстән генә уның менән бер ҡалаға урынлашып ҡауышыу тураһында хыялланды. Тик йәшлек хыялдары бер көндә селпәрәмә килде: Илгиз әрмелә саҡта хат аша хеҙмәттәшенең һеңлеһе менән танышҡан икән, ҡайтыу менән уның янына барған да, никах уҡытып та ҡуйған. Быларҙы Зөлфирәгә хат аша әсәһе хәбәр итте. Ғәрләнде, иланы, донъянан ваз кисте ҡыҙ. Уҡырға барырға ла, икенсе эшкә күсергә лә теләге булманы. Хатта йәй көнө һөйгәненең туйы буласағын белгәс, отпуск алыуҙан да баш тартты – класташтарына, ауылдаштарына бахыр булып күренгеһе килмәне. Эшенә лә артыҡ күңел һалманы, бары тик сабый балаларҙы ихлас яратҡанға ғына улары үҙенә ылыҡты. Урта ҡуллы тәрбиәселәр иҫәбендә йөрөгән йәш ҡыҙҙың үҙенә лә артыҡ талап ҡуйманылар, ни тиһәң дә, ситтән килгән ҡыҙ – йә уҡырға инер, йә кейәүгә сығыр, тип көтәләр ине. https://yaikrb.com/news/novosti/2026-10-08/hyyanat-ha-y-hik-y-g-lnur-yuatova-4839268