Йылайыр районында, йәмле Һаҡмар буйында "Фатима туғайы" тигән бер ер бар. Бик матур ер ...
Йылайыр районында, йәмле Һаҡмар буйында "Фатима туғайы" тигән бер ер бар. Бик матур ер инде барып төшһәң, киң туғай урман менән барып тоташа. Тарихы ғына үкенесле, элек ҡаҙаҡ менән башҡорттар дошман булып бер береһенә яу сапҡанда, ҡаҙаҡтар йәш кенә Фатима тигән ҡыҙҙы урлап алып китәләр. 3-4 йыл үткәс ҡаҙаҡ далаларында Фатима бала таба, тыуған яғын һағыныпмы, әллә ҡаҙаҡтар ыҙалатҡанмы, Фатима йәш балаһын алып ҡасып китә. Ҡаҙаҡтар баҫтырып тоталар был ҡыҙҙы Һаҡмар буйында. Мәсхәрәләп, туҡмап балаһы менән ҡуша үлтереп туғайға күмеп китәләр. Шунан ҡалған да инде Фатима туғайы тип. Олатай колхоз ваҡытында йәйгеһен малдарҙы шул яҡта алып барып көтә торғайныҡ тей, төн етһә шул туғайҙа гел бала иланы үкһеп үкһеп тип һөйләне. Әллә беҙ йәш булғанға ышанманыҡ, олатай ҡурҡыталар тип кенә ҡолаҡ араһынан үткәрә торҙоҡ. Әрме сафына барып ҡайтылды, дуҫ егет менән гәп һатышып ултырғанда шул тарих иҫкә төштө. Кискә ҡарай әйҙә барып тикшерәйек ысынмы, юҡмы тип йыйына башланыҡ. Палатка, сәйнүк һәм тәм том машинаға һалып алып юлға сыҡтыҡ. Бик матур туғай, палатка ҡоролған. Шарт та шорт килеп утын яна, бызырлап сәй ҡайнай таған өҫтөндә, яр буйында осоноп былбыл һайрай. Кинәнеп һыу кереп алдыҡ, тирә яҡҡа һоҡланып сәй шөрпөлдәтәбеҙ. Моңайып ҡына тулыланып ай ҡалҡты. Дуҫ егет бер ваҡыт ялтыр шешә сығарҙы "для храбрости" тип. Һөйләшә һөйләшә шешәне бушата барабыҙ, нимәгә килгәнде онота ла башланыҡ инде. Дуҫ егет бер ваҡыт "Ишетәһеңме?" тигәнгә, ҡолаҡты локатыр һымаҡ итеп, тыңлай башланым. Эйе, урман ҡырында тауыш ишетелә ине. Бер беребеҙгә ҡарашып алдыҡ. Шайтан һыуы үҙенекен итте, барып ҡарарға булдыҡ. Фонарик тотоп торҙоҡ та, был ай яҡтыһында былайза һәйбәт күренә тип алмаҫҡа булдыҡ. Икебеҙҙә лә күҫәк, яйлап барабыҙ тауыш көсәйә, әйтерһең берәү ер аҡтара меней. Сыйылдаған тауышҡа терт итеп ҡалдыҡ. Ҡыр сусҡаһы балалары менән ҡасып китте. Эй аллам, ер аҡтарып танауҙары менән тамыр ашап йөрөгәндәр икен тип, бер беребеҙҙән көлә, көлә торғанда, палатка эргәһендә бала илап ебәрҙе https://tamasha-rb.ru/articles/common_material/2024-09-14/fatima-tu-ayy-3929523?utm_campaign=119242692&utm_medium=social&utm_source=vk