Ер-Әсәнең аҫыл улы
Ер-Әсәнең аҫыл улы Яҙыусы яҙмышы бик күп башҡа яҙмыштарҙан нимәһе менән айырыла һуң? Яҡты донъяларҙа ҙур-ҙур вазифалар биләгән, бихисап дәрәжәләргә эйә булған кешеләрҙең дә йылдар үтеү менән онотолоуы бар. Ә юғары кимәлдәге ижад кешеһенең шәхесе лә, яҙған әйберҙәре лә халыҡ хәтеренән юйылмай. Бала саҡтан аяуһыҙ һынауҙар аша үтеп сыныҡҡан, әммә күңел матурлығын, ихласлығын юғалтмаған, ҡара тир түгеп, әҙәбиәт күгендә яҡты эҙен ҡалдырған Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаев та ана шундайҙарҙан. Күренекле әҙиптең 95 йыллығын билдәләгән көндәрҙә төрлө йылдарҙа Абдулхаҡ Игебаев тураһында ҡәләмдәштәре тарафынан әйтелгән фекерҙәрҙе байҡап сығыу мөмкинлеге тыуҙы. Был иҫтәлекле яҙмаларҙы «Ватандаш» журналы редакцияһына шағирҙың ҡыҙы Фәниә Игебаева алып килде. Сайтта: https://vatandash.ru/articles/pamyat/2025-08-28/er-s-ne-a-yl-uly-4365590