Урал аръяғы райондарының береһенә барғанда Шәмсиә инәй менән таныштыҡ. Тыл ветераны бул...
Урал аръяғы райондарының береһенә барғанда Шәмсиә инәй менән таныштыҡ. Тыл ветераны булараҡ, уны гәзиткә яҙырға тейеш инем. Өйөнә барып, килене Зәкиә әҙерләгән табын артында һәүетемсә генә һөйләшеп, сәй эсеп алдыҡ. 90 йәште күптән үтеүгә ҡарамаҫтан, әбейҙең иҫе теүәл, үҙе лә теремек кенә. Тик һуңғы йылдарҙа күҙҙәре күрмәй башлаған икән. Зәкиә апай эше менән булышырға ихатаға сығып киткәс, Шәмсиә инәй мине бер аҙ аптыратып хәбәр башланы: – Ҡыҙым, һин килә тигәс, кире бормаҫҡа булдым, тормошомдо һөйләп, күңелемде бушатып алырға уйланым. Беҙҙең быуын ауырлыҡтарҙы күп күрҙе, берәү ҙә ситтә ҡалмағандыр. Мине яҙып торма, ил күргәнде күрҙем, ил кисергәнде кисерҙем. Йәш саҡтағы ауырлыҡ өсөн хәҙер рәхәтлектә көн күрәм: хөкүмәт фатир ҙа бирҙе, шифаханаға ла ебәрә. Пенсиям да байтаҡ ҡына, ейәндәремә, бүләсәрҙәремә ярҙам итә алам. Хәҙер бәйән итәсәк хәлде яҙһаң, разый булырмын. Шәхсән үҙем генә белгән кисерештәремде, хәлдәремде һөйләгем килә. Һуғыш башланғанда балалыҡтан ғына сыҡҡан сағым ине. 7-се класты тамамлағайныҡ. Үрге оста йәшәүсе йәштәшем Ишбулды менән үҙебеҙсә дуҫлашып, осрашып йөрөгән булдыҡ. Элекке осрашыу ҙа шул инде: еләктән ҡайтып килешләй урман буйында көтөп тороп хәбәр ҡуша йә мәктәптә хат тоттороп китә. Мин дә уны оҡшатам. Һуғыш сыҡҡас, беҙ класыбыҙ менән уҡыуҙы ташлап, колхоз эшенә егелдек. Атайым бесән эшләп йөрөгән мәлдә һуғышҡа киткәйне, уның урынына эшкә сыҡтым. Ҡышҡыһын мал ҡарауға әйттеләр. Бер осорҙа уйнап үҫкән ҡыҙҙар кемеһе һыйыр һауҙы, кемеһе һабанға егелде. Һөйгәнем район үҙәгендә тракторисҡа уҡып ҡайтты. Күберәк эш мәлендә генә күрешәбеҙ, сөнки арып-талып эштән ҡайтҡас, ярым ас килеш клубҡа, урамға сығып йөрөгө килмәй. 1943 йылдың көҙөнә Ишбулды менән икебеҙгә лә 18 йәш тулырға тейеш. Йәй аҙағы ине, өйөбөҙгә яусы килеп инде. – Егетте йәше етеү менән һуғышҡа саҡыртырҙар инде, эште оҙаҡҡа һуҙмай ғына йәштәрҙе өйләндерәйек. Бер-береһен яраталар, никахлы булыуҙары, бергә тормош башлауҙары яҡшыраҡ. Насип булһа, һуғыш та бөтөр... Алдан ғаилә ҡороу тураһында һүҙ булмаһа ла, бергә ғаилә ҡороу тураһында гел хыялланып йөрөнөм. Шуға ла бәхеттең етенсе ҡатында инем. Аҡ ҡына ситса тауарҙан күлдәк тектереп, туй табыны артында ысын кәләш булып ултырҙым. Табын тигәнебеҙ ҙә – сепарат һөтөнә бешерелгән тары бутҡаһы, ҡоро табала бешерелгән көлсә һәм үлән сәйе. Ике ғаилә янына ике яҡ күршеләр инде. Һуғыш сыҡҡаны бирле ауылда өйләнеүселәр булмағас, беҙҙең туй оло ваҡиға кеүек күренде. Йырлашып та, илашып та алдыҡ. Ни тиһәң дә, икебеҙҙең дә атайҙар һуғышта, ауылдағы яугирҙарҙың байтағы вафат. Мин иһә, Ишбулдыға саҡырыу килгәнсе һуғыш бөтөр, тип өмөт итәм. Йәрәшкән төнөбөҙҙә Ишбулды миңә көмөш тәңкәнән һуғылған балдаҡ бүләк итте. Икенсе көн таң атыу менән төйөнсөккә төйнәлгән алам-һалам кейемдәремде, әсәйем бирнә тип биргән ағас ялғаш менән түрюрғанды алып, иремдең йортона ҡалдырҙыҡ та эшкә йүгерҙек. Кис еткәс, өйгә ҡайтырға ҡыймайым. Ни тиһәң дә, балалыҡ сығып бөтмәгән бит. Бесәндә йөрөй инек, башҡаларҙан айырылып тороп ҡалдым. Ярай, ураҡ менән туғайҙан бесән урып, йөкмәп ҡайтып килгән ҡарт ҡәйнәм осрап, эйәртеп алып ҡайтты. – Ирең ҡайтыуға ыумаслап булһа ла аш бешер, ваҡытың ҡалһа, кәртә артына бәрәңге сүпләргә төш. Улай оялып йөрөмә, был йортҡа төшкәс, хәҙер үҙеңдекеләй күр,– тип йомшаҡ ҡына итеп аҡыл бирергә лә өлгөрҙө. Һәүетемсә йәшәп киттек. Ҡайным һуғышта, өйҙә ике ҡәйнәм, бикәсем менән бергә йәшәйбеҙ. Бәхетемдән иремде көҙ түгел, ә февраль айында ғына һуғышҡа алдылар. Уға тиклем минең йәштәге ҡыҙҙарҙы ФЗО-ға саҡырта башлағас, беҙ ауыл советына барап, никахты законлаштырып ҡуйғайныҡ. Ә Ишбулды китер алдынан ғына ауырлы икәнемде белдем. – Малай булһын ине, – тип теләгәнен Хоҙай ишетте, 44-се йыл аҙағында улым Таһир тыуҙы. Иремдең хаттары йыш килде, мин дә төн йоҡоларымды ҡалдырып булһа ла уға оҙ Показать полностью...