Бик иркә, наҙланып ҡына йәшәп өйрәнгән ҡатын ине Гөлъямал. Әйләнгән һайын — ял йорто, ә...
Бик иркә, наҙланып ҡына йәшәп өйрәнгән ҡатын ине Гөлъямал. Әйләнгән һайын — ял йорто, әйләнгән һайын — санаторий йә больница. Ире юғары вазифа биләгәс, больницаһы ла ябай түгел — Министрҙар Кабинетыныҡы. Хәл белергә барһаң, ауырыуы, ниндәй профессор ҡарауы, ниндәй ҡиммәтле дарыуҙар алыуы тураһында гына һөйләр ине. Минең кеүек үк ауыл ҡыҙы, атаһы ла, әсәһе лә колхозсылар, бәләкәйҙән үҙе лә эшләп үҫте. Уның шул тиклем әргендек булып китеүенә аптырай торғайным. Күрәһең, кеше шартҡа ҡарап үҙгәрәлер, тип уйланым. Уның өсөн бөтә йәшәү маҡсаты — ял итеү, кешеләргә ҡарағанда затлыраҡ кейенеү, түрәләр менән бергә мәжлестәрҙә ултырыу ине. Әллә ниҙә бер барып сыҡҡан саҡта ла матур итеп, балалар хаҡында һөйләшеп, фекер алышып ултырмай инек. Сәй эсергә ултырта ла салфеткаһын эҙләй башлай — кухнялағы байлығын күрһәтеп сыға, йә, таҫтамалын эҙләгән булып, «аңғармаҫтан ғына» затлы һауыт-һабаһын күрһәтә, йә, альбом эҙләп маташҡан булып, залдағы кәштәләрендәге яңы кейемдәрен, әллә нисә пар туфлийын һәм сит илдән ире алып ҡайтҡан башҡа кейем-һалымын күрһәтеп сыға. Шулай итеп, бар бәхетен матди байлыҡта тапҡан иркә генә ҡатынға әйләнгәйне. Үҙ тормошо менән ҡәнәғәт һәм бәхетле ине. Һәм бәхетһеҙлек... Ире, вазифаларҙың иң юғарыларының береһен биләп, дачанан дачаға ғына, банкеттан банкетҡа, ҡабул итеүҙән ҡабул итеүгә генә йөрөп ятҡан мәлендә https://tamasha-rb.ru/articles/common_material/2024-09-15/k-s-yshanyu-i-k-sl-daua-3929691