– Ошонда ғына күмгәйнем бит!.. Һөйләнә-һөйләнә ҡулымдағы таяҡ менән һарай артында ҡойма...
– Ошонда ғына күмгәйнем бит!.. Һөйләнә-һөйләнә ҡулымдағы таяҡ менән һарай артында ҡойма буйындағы ерҙе ҡаҙам. Күҙемдән сөбөрләп аҡҡан йәшем күҙҙәремде томалай, танауға килеп тығыла. Ҡулдарым бысраҡ булғанға, битемде еңем менән һыпырам. – Әллә ошондараҡ микән? – Ятҡан килеш арыраҡ шыуышам. Яңы урындан ҡаҙый башлайым. – Тәрән күммәнем бит һуң!.. Хәлһеҙлегемә, көсһөҙлөгөмә йәнем көйөп нығыраҡ үкһейем. Тәүҙә, кеше ишетеп, күреп ҡалһа, тип шым ғына илай инем, тора-бара бөтә нәмә онотолдо. Табылмай бит! Илағанға, көйгәнгәлер, ҡулымдың тамам хәле бөттө. Битем менән ергә ҡапландым да шымып ҡалдым. https://moradim.ru/articles/y-m-i-t/2026-10-10/erg-k-melg-n-r-sem-4840748