Ҡапыл ябығып, матурайып киткән был апайға һоҡланып ҡараным. Шундай үҙгәреп, икенсе кеше...
Ҡапыл ябығып, матурайып киткән был апайға һоҡланып ҡараным. Шундай үҙгәреп, икенсе кеше булып китте ул. Беҙ – ҡатын-ҡыҙ халҡы һәр саҡ һомғоллоҡ, гүзәллек тураһында хыялланбыҙ бит инде. Түҙмәй унан бының серен уртаҡлашыуын һораным. Уның һөйләгәндәрен ишетеп, иҫем китте. Һеҙ ҙә тыңлағыҙ: - Был хәл үҙем менән булмаһа, бер ҡасан да ышанмаҫ инем. Барыһы ла минең ҡапыл һимереүемдән башланды. Ҡапыл да түгел инде. Үҙ-үҙемде тыя алмай ашай ҙа ашайым. Туйғанымды беләм, әммә тыйыла алмайым. Иртәнсәк ашап өлгөрөп булмаһа ла, төшкөһөн һәм кис рәхәтләнәм генә. Бер нисә тәрилкә аш, унан китә печенье-булочкалар. Ятыр алдынан тағы ашайым. Төнөн уянып китһәм, мотлаҡ кухнянан барып берәй нәмә алып һоғонам. Ашты кәстрүлдән половник менән һемереп булһа ла китәм. Бер ай тигәндә кейемдәремә һыймай инем. Иптәшем ҡырын-мырын ҡарай башлағас, ашауҙы әҙерәк туҡтаттым. Тик ҡайҙа ул?! Төнөн төшөмдә өҫтәл артында рәхәтләнеп ашап ултырам икән тип күрәм. Тирләп-бешеп уянып китәм дә кухняға ашарға йүгерәм. Ирем бер көн: “Бәлки, әҙерәк тамағыңды тыйырһың. Һимереүҙән күҙең йомола башланы бит”,-тип ерәнгән кеүек әйтеп ҡуйғас ныҡ ҡына уйландым. Диеталар тотоп ҡарарға маташам, булмай. Уйламағанда ҡулыма https://tamasha-rb.ru/articles/khal-ym-auly-y-ilem-bayly-y/2024-11-20/bir-n-or-a-bul-an-h-l-4016290?utm_campaign=119242692&utm_medium=social&utm_source=vk