Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....
Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти. “Ни эшләргә: телмәр тоторғамы, юҡмы?” – тип уйға ҡалған диндар. Ахырҙа егеттең үҙенә мөрәжәғәт иткән: – Яңғыҙыңа вәғәз һөйләргә кәрәкме икән – нисек уйлайһың? – Әлләсе, – тип яурынын һелкеткән көтөүсе. – Мин – ябай эшсе, ундай мәсьәләләрҙе аңлап еткермәйем. Әммә шуны әйтә алам: һарайҙа малдарҙың береһе генә ҡалған хәлдә, уны аҙыҡһыҙ тотмаҫ, ашарына бирер инем. Был һүҙҙәрҙе йөрәгенә яҡын алған имам-хатип ихласлап вәғәз һөйләй башлаған. Ике сәғәт тирәһе телмәр тотҡас, еңел тын алып ҡуйған: – Нисек, оҡшанымы һөйләгәнем? – Дини мәсьәләләрҙе аңлап еткермәйем, тигәйнем инде. Әммә шуны әйтә алам: https://tamasha-rb.ru/articles/common_material/2025-10-24/k-t-se-aba-y-4440358