– Апай, мин Нәсимәне яратам. Һеҙҙән өйләнергә рөхсәт һорарға килдем.
– Апай, мин Нәсимәне яратам. Һеҙҙән өйләнергә рөхсәт һорарға килдем. Тәүҙә аптыраным, аҙаҡ асыуым ҡабарҙы: – Ниндәй өйләнеү ул?! Уға бит яңы 17 йәше тулды. Танышыуғыҙға ай булдымы әле?! Төпкө бүлмәнән Нәсимә килеп сыҡты ла, үҙ һүҙен әйтергә маташты: – Әсәй, әйҙә тыныс ҡына һөйләшәйек... – Ә һин бар, күҙемдән юғал! Ирек ҡуйғас та, был йәшеңдән кейәүгә сығырға уйланыңмы? Мин иртәнән кискә тиклем колхозда бил бөгөп, һин уҡыһын, етемлекте тоймаһын, кешесә йәшәһен, тип тырыштым. Ә һин тәү осраған, тәҡдим яһаған егеткә тағылып китергә уйлайһың... https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-10-12/key-uyynyna-inm-yens-tol-aldy-bala-ayym-4841912