Беҙҙең өсөн тип ташланған алама юрған менән иҫке куфайкыны күреп, туҙынды ла китте бит!...
Беҙҙең өсөн тип ташланған алама юрған менән иҫке куфайкыны күреп, туҙынды ла китте бит! — Ништәп беҙгә аламаларҙан урын йәйгәндәр? Беҙ бүтәндәрҙән ҡайһы еребеҙ менән кәм? — Ҡуйһаңсы ла инде, Дәмдәр, бер кискә буҡ булһынмы, ят, йоҡла. Ҡайтҡас аппасыҡ түшәктәргә һалырмын үҙеңде. Уңайһыҙ бит… Әсәйем ятҡыра алмай бит ҡыҙмаса булып алған атайҙы. — Уңайһыҙ шул. Бик уңайһыҙ. Мин дә саҡырылған ҡунаҡ, теләнселәп, өйҙә ашарыма булмағанлыҡтан килеп ултырамдыр шул бер генә бөртөк бажама? Мин дә ҡырҡ киламитр ер үтеп, ат тирләтеп, ике имсәк балларымды тейәп килеп ултырам. Тор, Гөлшат, йыйынығыҙ. Сырмағыҙ игеҙәктәрҙе. Атты егә һалайым. Атай тып баҫып сығып китте. Тәҙрәнән атты еккәне күренеп тора. https://moradim.ru/articles/y-m-i-t/2026-10-12/bazha-4842165