Бөгөн дә ул тәртип һағында
Бөгөн дә ул тәртип һағында – Хәтерегеҙҙә ниндәй хәл-ваҡиға ныҡ һаҡланып ҡалған? – Бер төн патруллек иткәндә, Крәҫтиән урамынан үтеп барғанда күҙ ҡырыйы менән генә өйҙә яҡтылыҡ сағылып ҡалғандай булды. Нимәлер мине шунда туҡтатты. Машинаны артҡа биреп ҡараһам, тәҙрәлә ут балҡый. Эргәмдә ултырған напарникка янғын һүндереүселәрҙе саҡырырға ҡуштым да үҙем өйгә ташландым. Бер тәҙрәнең ябыуы тышҡы яҡтан ҡапланып, йоҙаҡ эленгәс, кеше йәшәмәгән йорт, тип уйланым. Шул ваҡыт бәләкәс кенә ҡулдың тәҙрәгә һуғыуын күреп, терт итеп ҡалдым. Напарникка бында кеше бар, тип ҡысҡырҙым. Ул “Ашығыс ярҙам” саҡырҙы. Тәҙрәне ярып, ҡырҡыла-ҡырҡыла эскә индем. Дүрт йәштәге бер ҡыҙҙы алып сыҡтым. Башҡа кеше юҡ һымаҡ ине. Теге бала иҫенә килеп: “А-а-а”, - тип нимәлер әйтергә маташа. Аңлап ҡалдым, эстә ҡустыһы ҡалған икән. Кире өйгә инеп, карауат аҫтына йәшенгән баланы сығарҙым. Ата-әсәләре йылытҡыс ҡуйып, ҡунаҡҡа киткән булған, ут шунан сыҡҡан... https://hakmar.ru/news/care/2026-10-13/b-g-n-d-ul-t-rtip-a-ynda-4843265