Тәүге әҫәрем — “Ҡалдырма, әсәй!” повесын яҙғас, нәшриәткә алып барҙым. Унда ултырған ағ...
Тәүге әҫәрем — “Ҡалдырма, әсәй!” повесын яҙғас, нәшриәткә алып барҙым. Унда ултырған ағай (ул да яҙыусы) ҡулъяҙмамды тиҙ генә ҡарап сыҡты ла миңә текәлде. — Ҡустым, был яҙмаңдың тиҙ арала китап булып сығырына шикләнәм, — тине ул. — Хәҙер оҙон әҫәрҙе кем уҡып ултырһын? Етмәһә, һине берәү ҙә белмәй. Һин, лутсы шиғыр яҙ! Шиғыр булһа — китап итеп сығарабыҙ. Көтөлмәгән хәбәрҙән аптырап ҡалдым: — Ағай, мин бит шиғыр яҙа белмәйем. — Һе, уның ни ҡыйынлығы бар. Ул үҙе бер система. Ана шул системаға өйрәнеп алаһың да, әйҙә, алға!.. Кабинеттан кәйефем һүрелеп сығып киттем. Изге күңелле кешеләр ҙә юҡ түгел. Уларҙың тәҡдиме менән киләһе йылда китабым барыбер донъя күрҙе. Ә мин шиғыр яҙмайым. Яҙа ла белмәйем, теләмәйем дә, сөнки ысын шиғриәттең ниндәй булырға тейеш икәнен яҡшы аңлайым. Уны ижад иткәс, Мостай, Рәми, Назар Нәжми, Атнабай, Рәйес Түләк кимәлендә яҙырға кәрәк. Шуны беләм: шиғыр яҙмаһам, минән башҡорт шиғриәтенә файҙа күберәк буласаҡ. ИРТӘ... ҺУҢ... Етәксе вазифаһына кемделер тәғәйенләү тураһында һүҙ сыҡҡан. Берәү йәш егетте тәҡдим иткән. — Ул әле йәш бит. Яңы 30-ы тулған. Иртәрәк уға... Әлегә кабинетта баш баҫып эшләй бирһен, — тигән үрҙәгеләр. Йылдар үткән. Йәнә етәксе вазифаһына тәғәйенләү мәсьәләһе килеп тыуған. Был юлы теге кеше үҙенең кандидатураһын тәҡдим итергә булған. — Һ-ы-ы... Һиңә пенсияға ла күп ҡалманы бит әле. Хәҙер һуң бит инде. Йәштәргә юл бирергә кәрәк, — тип яуаплағандар. ТЕРЕ ЯҘЫУСЫ БУЛАМЫ? Бөрйән районында һөйләнеләр был хәлде. “Иртән яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов менән район мәҙәниәт йортонда осрашыу була” тигән иғлан элеп ҡуйғандар. Быны күргәс, башланғыс класта уҡыған малайҙың иҫе киткән: — Әсәй, ә тере яҙыусылар буламы? — тип һораған ул. Малайҙың былай тип уйлауына һис тә аптырарлыҡ түгел. Үҙем дә мәктәптә уҡығанда шул уҡ фекерҙә инем, сөнки әҙәбиәт дәресендә гелән үлгән яҙыусыларҙың ижадын өйрәнә инек. Әҙәбиәттән имтихан биргәндә лә, тәү сиратта яҙыусының тыуған һәм үлгән йылын һорай торғайнылар. Әле лә арабыҙҙа бынамын тигән әҙиптәр бар. Әҫәрҙәрен хет бөгөндән мәктәп программаһына индер... Ижадсыға тейешле иғтибар күрһәтеү өсөн мотлаҡ үлгәнен көтөргә кәрәкмәйҙер. АСЫУЛАНҒАН Татарстанда төрки донъяһының йәш яҙыусылар фестивале уҙғарылды. Абруйлы сараға байтаҡ илдәрҙән ҡунаҡтар килгәйне. Ике көн дауамында Ҡазанда төрлө осрашыуҙа булдыҡ, ә өсөнсө көнөнә беҙҙе бөйөк Туҡайҙың тыуған төйәгенә — Арша районына алып барҙылар. Етемлектә үҫеп, халыҡ символына әүерелгән шағирҙың эҙҙәрен һаҡлаған Ҡырлай, Ҡушлауыш ауылдары — Татарстандың Мәккәһенә әүерелгән. Шуға республикаға килгән ҡунаҡтарҙы мотлаҡ шунда алып баралар икән. Йыш ҡунаҡ ҡабул иткәс, бындағы мәктәп уҡытыусылары ла, уҡыусылар ҙа актерға әйләнеп бөткән. Матур итеп шиғыр уҡыйҙар, дәртле итеп бейейҙәр, йырлайҙар. “Был балаларҙың уҡырға ваҡыты ҡаламы икән” тип тә уйлап ҡуйҙым. Аршанан ҡайтыр алдынан, ҡунаҡтар өсөн табын әҙерләнеләр. Шунда район хакимиәте вәкиле бер ҡыҙыҡ хәлде һөйләп көлдөрҙө әле. Совет осоро. Баҫыу эше ҡыҙған мәл. Бындай миҙгелдә (бигерәк тә ер кешеһе өсөн) көндөң һәр минуты ҡәҙерле. Шул саҡ обкомдан колхоз рәйесенә шылтыраталар икән. “Иртәгә сит өлкәнән мәртәбәле ҡунаҡтар килә. Һеҙ уларҙы юғары кимәлдә ҡаршы алырға тейешһегеҙ!” — Беҙҙең сәсеү бара бит әле. Бөтәһе лә баҫыуҙа. Ҡунаҡ ҡаршыларға ваҡытыбыҙ булмаҫ ул, — тигән рәйес. — Никаких! Һеҙ — Туҡайҙың яҡташтары! Әйттем — бөттө! Әҙер тороғоҙ! Нисек кенә булмаһын, обкомға ҡаршы барып булмай. Ҡыҙыу эште ташлап тороп, ҡунаҡ ҡабул иткәндәр. Барыһы ла яҡшы үткән, ҡунаҡтар ҙа, түрәләр ҙә ҡәнәғәт ҡалған. Бөтәһен дә оҙатып ҡуйғас, колхоз рәйесе ауыр һулаған. Баҫыу эшен шул сәбәпле ваҡытында тамамлап булмаҫ, тип көйәләнгән. Эстән янып, хафаланып, рәйес өйөнә ҡайтып бара икән. Юл ыңғайы Туҡайҙың һәйкәле янында туҡтаған. — Әй, Туҡай! Үҙең дә йүн Показать полностью...