Бына өсөнсө йыл инде ауылды, уның баҡсаларын, иген баҫыуҙарын, бесәнлектәрен ҡоролоҡ ян...
Бына өсөнсө йыл инде ауылды, уның баҡсаларын, иген баҫыуҙарын, бесәнлектәрен ҡоролоҡ яндыра. Ҡасандыр үтә алмаҫлыҡ булып ятҡан һаҙлыҡтар кипте, уларҙың төптәре яланғасланып, ярылып, ташҡа әйләнде, тау түбәләре ҡарайҙы, үләндәрен тамырына тиклем мал ашаған ҡалҡыулыҡтар һырты саңға әүерелде. Колхоз малын алыҫтағы тауҙар артына ҡыуҙылар. Ҡарттар әйтеүенсә, урман дымды тарта, дымды һаҡлай икән. Тик унда шәхси малды алып барып булмай. Ас һыйырҙарҙың баҡырышыуынан хужабикәләр үҙҙәре шашыр сиккә етте... Үткән йылғы ҡоролоҡто нисек тә үткәргәйнеләр әле, өсөнсө йылғы дым ерҙән бөтөнләйгә китмәгәйне — һайыҡҡан һаҙлыҡтарҙағы түмгәктәрҙә күрән баш ҡалҡытты. Һарай, сарҙаҡ, солан мөйөштәренән күптән онотолған, тутығып бөткән ураҡтарын эҙләп табып, кешеләр ошо йәшел массаны сабырға ташланды. Ҡайҙандыр, ялан яҡтарынан колхоз малына һалам ташынылар. Ә был ҡыш ҡарһыҙ килде, май, июнь айҙарында алыҫтағы тау аръяғында ауыр ямғыр болоттары йөрөнө, ялағай ялтланы, йәшен йәшнәне, тик кешеләр ҙур өмөт менән алыҫта яуған ямғырға күпме ҡараһалар ҙа, ул тауҙың был яғына сыҡманы. Ауыл өҫтөнә, ялан-туғайҙар өҫтөнә бер болот әҫәре булмаған яндырғыс зәңгәрһыу быяла ҡаплап ҡуйҙылармы ни?! «Ахырызаман килә, бар тереклек һәләк буласаҡ», — тине ҡарттар, баш сайҡап. Һирәкләп булһа ла ауылға район түрәләре килеп сыҡҡылай ҙа кешеләрҙең башына төшкән афәтте еңеләйтергә теләгән йөҙ күрһәтә: уйлашырбыҙ, хәл итербеҙ, ярҙамдан ташламабыҙ. Был афәттә бер генә кеше, әйтәйек, предсе датель йәки агроном ғәйепле булһа, һис уйламай, алып ырғытырҙар ине. Күк кәнсәләре менән улар ни генә эшләй алһындар инде? Күк етәкселеге ерҙәге чиновник алдында яуап тотмай шул. https://yaikrb.com/news/novosti/2026-10-10/yu-a-bat-an-keshe-hik-y-talha-ini-tullin-4839338