Йәйге селлә. Ғөбәйҙә өй эҫенеп китмәһен тип, түр яҡ бүлмәнең тәҙрә ҡапҡастарын ябып инд...
Йәйге селлә. Ғөбәйҙә өй эҫенеп китмәһен тип, түр яҡ бүлмәнең тәҙрә ҡапҡастарын ябып инде .Ике малайы иҙерәп йоҡлай.Оҙон көн урамда уйнайҙар,кисен арманһыҙ булып ҡайталар,тиҙерәк йыуындырып өлгөрмәһәң,ҡайҙа ултыралар,шунда ойоп та китәләр,хатта тамаҡ ашарға ла хәлдәре ҡалмай. Ана бит,оло улы Нурисламдың битендә бер себен ултыра,шуны ла тоймай, ҡолас ташлап йоҡлай бәпескенәһе.Себенде ҡыуып ебәреп,шым ғына ишекте япты.Ял итһендәр әле иптәштәре килеп,уйнарға саҡырғансы. Ире Ғәйнислам таң һарыһы менән тороп,тиҙ генә ҡапҡылап алды ла,алдан Ғөбәйҙә аҙыҡ төрөп ҡуйған төйөнсәкте тотоп,сығып та йүгерҙе.Бигерәк эш тип йәнен бирә ул.Кешенән артта ҡалып,һуңлап йөрөргә яратмай,ундай кешеләрҙе йәне һөймәй.Таң һарыһы менән китә , эңер төшкәс кенә ҡайтып инә.Балалар һағынып бөтә .Бер көн бәләкәсе,Минисламы: -Әсәй, минең атайым юҡмы әллә?,-тип һорап ҡуйҙы. Ғәйнисламға һөйләгәс, башын артҡа ташлап, рәхәтләнеп көлдө.Төндә йоҡлап ятҡан малайҙарын эргәләренә инеп,яратып сыға ла бит,улар һиҙмәй ҡала.Бала аптырарлыҡ та шул.Иртән торһалар аталары эштә,кисен ҡайтһа,улар инде әүен баҙарына юлланған булалар.Йәйҙең бер көнө йылды туйҙырыр ваҡытта эштән ҡалып булмай, көҙгө уңыш өсөн көрәш йәй буйы бара. Ҡатын усаҡлыҡҡа сығып,самауырын итек ҡунысы менән борҡоторға тотондо.Усаҡ аҫтына ла яғып ебәрҙе,эркет ҡайнатып алаһы бар.Икмәк башы ла яһағайны,ҡабара микән тип,тиҙ генә икмәк силәгенә лә күҙ һалып алды.Шул саҡ бәйҙә торған Юлбарыҫ абалап-абалап өрөргә кереште. -Малға этебеҙ икенсерәк өрә торған,берәй сит кеше барҙыр,моғайын,-тип, ҡулдарын алъяпҡысына һөртә-һөртә ҡапҡа яғына йүнәлде Ғөбәйҙә. Этте: -Юлбарыҫ,кеш,тик тор,кемде улайтып ашап бараһың?-тип тыйғас,ҡапҡаны асып ебәрҙе. https://yaikrb.com/news/novosti/2026-10-09/mi-yrbanly-m-hi-e-hik-y-mi-z-l-h-lilova-4839360