Ике көнлөк бәхет. Хикәйә.
Ике көнлөк бәхет. Хикәйә. Бөгөн “Асҡар-Белорет” маршрутына пассажирҙар булманы. Улар Мәйгәште ауылына ғына ултыра башланылар... Ансар үҙенең йәш сағын, ҡасандыр ошо яҡтарҙа участковый булып, көн һайын үткән юлдарында рәхәтләнеп хәтирәләргә бирелеп барҙы. Тирә-яҡта ниндәй матурлыҡ. Юлдың ике яғына теҙелгән аҡ ҡайындар, гүйә, береһенән-береһе һылыу ҡыҙҙар кеүек сайҡалышып, һине сәләмләй... Нисек ошо хозурлыҡҡа иғтибар ителмәгән икән?.. Ҡалаға килеп төшкәс, Ансар “Сәскәһенә” (билдәле сәбәптәр менән автор был хикәйәләге төп героиняләрҙең береһенең исемен үҙгәртә) шылтыратып торманы, сюрприз эшләргә булды. Рейс автобусы менән барып Карл Маркс урамындағы ятаҡ янында төшөп ҡалды. Үҙенә кәрәк бүлмәне бишенсе ҡатта тапты Ансар. Ишек янына килгәс, туҡылдатырға булды ла, эстә күңелле генә ҡысҡырышып һөйләшкән ҡатындар тауышын ишетеп, туҡтап ҡалды. Шунан ситкәрәк китеп кеҫәһенән телефонын сығарҙы “кейәү егет”. https://ashkadar.com/news/azabi/2026-10-14/ike-k-nl-k-b-het-hik-y-4844234