Бер минут үтеүгә мин, ап-аҡ кейемдәге кеше, солан башындағы саңлы һаламды аҡтара инем и...
Бер минут үтеүгә мин, ап-аҡ кейемдәге кеше, солан башындағы саңлы һаламды аҡтара инем инде. Түбә урҙаһына тотонған килеш бер килке эленеп торҙом да ике ҡулымды ла бушаттым. Төҙ генә аяҡтарға төшөүен төштөм дә, тик тәнем нисектер эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Тирә-яҡ ҡап-ҡараңғы. Бер нәмә лә күренмәй. Тиҙерәк был урындан китәйем тип аяҡты ҡуҙғатһам, нимәгәлер төртөлдөм дә ҡуша ҡолап киттем. https://moradim.ru/articles/y-m-i-t/2026-10-16/aula-y-4845484