Бер йыр тарихы. «Сайҡалалар кәмәләр»
Бер йыр тарихы. «Сайҡалалар кәмәләр» (Ғәзиз Әлмөхәмәтов - Мөслим Марат) Ҡанлы 1937 йылда Fәзиз Әлмөхәмәтовты башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарғаны, Зәки Вәлиди алдында сығыш яһағаны өсөн милләтселектә ғәйепләйҙәр. Шул уҡ ваҡытта шағир Мөслим Маратты ла күренекле яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре Афзал Таһиров менән бәйләнештә булғаны өсөн ҡулға алалар.Fәзиз Әлмөхәмәтов менән Мөслим Марат Өфө төрмәһендә бер камерала осраша. Ошо ваҡытта башҡорт опера театрын асыуға күп тә ҡалмай, әҙерлек эштәре ҡайнап тора. Йән әрнеүен Fәзиз Әлмөхәмәтов йыр менән баҫа. Төрмәнең ҡотһоҙ камераһында ла халыҡ йырҙары менән бер рәттән үҙенең йырҙарын да башҡара. Ул йырлағанда хатта надзирателдәр ҙә тынып, хайран ҡалып тыңлайҙар. https://ashkadar.com/articles/y-m-i-t/2026-10-16/ber-yyr-tarihy-say-alalar-k-m-l-r-ziz-lm-h-m-tov-m-slim-marat-4846252