Тәүлек әйләнәһенә бер сәбәпһеҙгә өрөп, хатта олоп-олоп, үҙәктәргә үткән эт тауышын ишет...
Тәүлек әйләнәһенә бер сәбәпһеҙгә өрөп, хатта олоп-олоп, үҙәктәргә үткән эт тауышын ишеткәнегеҙ бармы? Булмаһа, ишетмәүегеҙ яҡшыраҡ. Йәнде өшөтөп, күңелгә яман шом һала ла тора ул ҡәһәрең. “Үҙ башыңа булһын, ҡәһәр һуҡҡыры!” – тип һуҡрана ундай саҡта әбей-һәбейҙәр. Ир-ат иһә, бик түҙемдәре бөтһә, атып үлтерергә лә әҙер мәлғүнде. Тик кеше этенә нисек ҡул күтәрәһең? Хужа үҙе хәл итә, сығарһа, үҙе сығара бындай хөкөмдө. Әммә кешенең генә түгел, бүтән йән эйәләренең, хатта йыртҡыстарҙың да түҙеме бөткән хәлдәр була икән дә.Миңә замандаш тура килгән Әй буйы Йонос ауылы башҡорто Баһауетдин үҙенең йәш сағында ишеткән-күргән бер ваҡиға тураһында ғибрәт итеп һөйләне: Күршеләренең эте бер ваҡыт тыйыла алмайынса өрә лә өрә. Көнөн дә өрә, төнөн дә өрә хәсис. Инде һис бер тәҡәттәре ҡалмай быларҙың. Туҡтатырға әмәлен дә белгән кеше юҡ. Ҡыш мәле була. Урамдың был яғындағы баҡсалар Әйгә үк барып терәлгән. Әй ярында кәртә лә кәрәкмәй. Көпә-көндөҙ тигәндәй, ҡояш байырға әле өй бейеклеге ара ҡалған саҡта, аръяҡтан боҙ менән ҡапланған Әй аша шып-шым ғына сығып, бер өйөр бүре әлеге эт ятҡан әүен янына килеп етә https://tamasha-rb.ru/articles/common_material/2025-10-23/ibr-tle-aba-4438963