Төпкөл ауыл (Хикәйә)
Төпкөл ауыл (Хикәйә) Ул инде утыҙ йылдай яңғыҙы йәшәй, ауылдағы кешеләр менән бөтөнләй һөйләшмәй, аралашмай. Хатта уның тауышын да бер кем дә ишеткәне юҡ. Сөнки үҫмер саҡтан алып нимәгәлер һөйләшмәҫ булып ҡалған, тиҙәр. Таһирҙы, уның ғаиләһен яҡшы белгән, аралашҡан кешеләр үлеп бөткән (Таһир ҡарғағандыр әле!). Уның бынан алдағы ғүмерен белмәү ирҙе тағы ла серлерәк һәм ҡурҡынысыраҡ итә. Һәм, әлбиттә, шундай сәйер кеше тураһында күп хәбәр йөрөй: сихырсы, эсендә эт олой, ен балаһы, төндә зыяратта йөрөй һәм башҡалар. Шуларҙың иң таралғаны — өйөндә Таһир менән бергә ирле-ҡатынлы ен йәшәй, тигәндәре. Был хәбәргә бөтә ауыл ысын күңелдән ышана, сөнки күптәр үҙ күҙҙәре менән күргәне, дөрөҫөрәге, үҙ ҡолаҡтары менән ишеткәне бар... https://ashkadar.com/news/y-m-i-t/2026-10-17/t-pk-l-auyl-hik-y-4846892