Бер ваҡыт, уҙған быуаттың 90-сы йылдар башында, эшселәр ятағында йәшәп алырға тура килд...
Бер ваҡыт, уҙған быуаттың 90-сы йылдар башында, эшселәр ятағында йәшәп алырға тура килде. Ул мәлдә ауылдан баш ҡалаға килеп республика радиоһына эшкә төшкән осором ине. Бүлмәләшемдең исеме Эдик, ул “һуғырға” ярата. Ҡаҡса кәүҙәле, ялбыр һары мыйыҡлы 40 йәштәрҙәге татар кешеһе. Уның һәр иртәһе стакан төбөндәге араҡыны ғортлатып түңкәреүҙән башланып китә. Төшкө аш мәлендә ҡайтып тамаҡ ялғап ала, сөнки эш урыны яҡын, эргәләге төҙөлөштә балта оҫтаһы булып йөрөй. Ярты стаканды түңкәрә ҡоя ла ялбыр мыйығын һыйпай-һыйпай йәнә сығып китә. Киске табыны үтә лә “бай” була. Табала һуған менән шыжлатып ҡыҙҙырылған картуф, консерваланған балыҡ, тоҙло ҡыяр, ҡара икмәк һәм мөлдөрәмә тулы стакан. Эдиктың башы йомро, хужаһы мәнфәғәттәренә бик етеҙ эшләй. Мәҫәлән, хәмер шешәһенең аш-һыу шкафында оҙаҡ ултырмаҫы яҡшы билдәле. Ятаҡ булғас, бында һәммәһе лә дөйөм... Егеттәрҙең бәғзеһе “туған, баш сатнап бара, юҡмы берәй нәмәң?” тип бүлмәнән-бүлмәгә инеп, ярты стакан булһа ла хәмер аңдып йөрөй. Бында ябай халыҡ – төҙөүселәр, слесарҙар, водителдәр, тракторсылар йәшәй. Ятаҡ ҡеүәтле генә ойошма – “Башгражданстрой” тресыныҡы. Ул – иҫке таш йорт, беренсе ҡатында ғаиләле кешеләр, икенсеһендә беҙҙең кеүек буйҙаҡтар көн итә. Шулай итеп, кистәрен бүлмәнән-бүлмәгә темеҫкенеп йөрөүселәрҙән биҙрәп, Эдик бына нимә уйлап сығарҙы. Уксус шешәһен бушатты ла урынына “батырҙар эсемлеген” (үҙе шулай йөрөтә) ҡойоп ҡуйған. Егеттәр килә: – Эдик, туған, үлтермә инде... Баш сатнап бара... – Ана, шкафты ҡара, тапһаң – һинеке! Әлбиттә, таба алмай. Үтенес эйәһе ары китә. Бер мәл, Өфөлә дауаланып ҡайтырһың, тип ауылдан әсәйемде килтерҙем. Баш ҡаланың билдәле генә бер табибы һыҙлаған быуындарына энә ҡаҙап шифалай. Аҙна-ун көн беҙҙә ятты. Бер көн кисләп эштән ҡайтыуға әсәйем тамам борсоуға ҡалып ултыра. Ишектән инеп тә өлгөрмәнем, һорай ҡалды: – Улым, ул кешең эсәме әллә? – Юҡсы... – Юҡ түгел шул! Ул кешең араҡы ғына ла түгел, ана, уксус эсә! Шәмбе – көтөп алған байрам. Киске тамаҡтан һуң Эдик һары мыйығын ҡап-ҡара итеп буяй. Ул ашыға, ул тулҡынлана, сөнки ул бөгөн “ҡыҙҙарға бара”. Был мәлдә уға ҡарап тороуҙары ла күңелле. Һорғолт тоноҡ күҙҙәрендә дәртле осҡондар тоҡана, арыҡ кәүҙәһе һөңгөләй турая, йонсоу йөҙөнә нур ҡуна, бар булмышына ҡот инә. Был ғәжәйеп, хатта илаһи мәлдә ул бөйөк диңгеҙсегә оҡшап китә. Океан киңлектәрендә оҙаҡ йөҙөүҙән ялҡҡан, ҡоро ергә аяҡ баҫыуҙарынан тамам ваз кискән, хәҙер инде фетнә күтәрергә әҙер командаһын дәртләндереп, Колумб та шулай талпынғандыр: – Бар ул, бар диңгеҙҙең теге яры! Алға, алға, инәң баштары! Иезуиттар усаҡта яндырғанда Коперник та шулай дәртләнеп һөрәнләгәндер: – Ер ҡояш тирәләй әйләнә! Киреһенсә түгел! Шуның кеүек беҙҙең дуҫ үҙ-үҙен ҡыуалай. Барыһы ла яҡшы булыр. Бөгөн, нәҡ бөгөн ул мөхәббәтен табыр! Ысын мөхәббәтен! Шуға ул өмөтләнеп, инанып һөрәнләй: – Ҡыҙҙарға! Ҡыҙҙарға! Кейенеп алайым әле, матур ғына итеп! Матур ғына итеп кейенеүе шунан тора. Һары күлдәк, ялҡынланып торған ҡыҙыл галстук, зәңгәр төҫтәге костюм-салбар. Аяҡта иһә ҡап-ҡара туфлиҙар. Бындай сыбар төҫтәрҙән күҙ ҡамаша. Тутыйғош төҫөнә кергән кавалер ҡыйыулыҡ өсөн йәнә берҙе һалып елгәрә лә тыҡ-тыҡ баҫып сығып китә. – Ҡыҙҙарға, ҡыҙҙарға! “Ҡыҙҙар” тигәне Даша тигән ашнаҡсы ханымға ҡайтып ҡала. Әйтеүе буйынса, ул бик сибәр: “кәүҙә – во!, холҡо – во!, ә күҙҙәре... ә күҙҙәре зәңгәр!” Шулайҙыр, мин бит уны күргәнем юҡ. Эдиктың үҙенең дә холҡо һәйбәт, һис ҡасан да “ҡыҙын” ятаҡҡа алып ҡайтмай, минән тартына, күрәһең. Таң алдынан мәс килеп йығыла. Үҙе туҡтауһыҙ нимәлер һөйләй, үҙе әрләй, баҫалҡы ғына илап та ала. Ауыҙ эсендә бутҡа бешереп бытырҙап ята торғас, домп итеп иҙәнгә йығылып төшә, унан тыптыр-тыптыр килеп ике карауат араһында тәгәрләп йөрөй башлай. Ул ауырый, ул яна, уның “эсәктәре өтөлөп бара”, сөнки ул бөгөн эскән Показать полностью...