МАЛАЙ САҠТА ҺӘР КЕМ ШУЛАЙ ШӘПЛӘНӘ
МАЛАЙ САҠТА ҺӘР КЕМ ШУЛАЙ ШӘПЛӘНӘ Өс малай тау итәгендә һөйләшеп ултырабыҙ. Малай тигәс тә, малай ҙа түгел инде беҙ. Быйыл 10-сы синыфты тамамлайбыҙ. Апаруҡ егет булған саҡ. Тау итәгендәге бәләкәй генә аҡланда һынған-мынған ботаҡтан эскәмйә һымаҡ нәмә әтмәләп алғанбыҙ һәм унда иркенләп ултырып, арҡаларҙы ағас олонона терәп, һөйләшеп ултырырға яратабыҙ беҙ. Тирә-яҡта урман, унда бер-береһен уҙҙырып ҡоштар һайрай. Торғаны бер ожмах инде! Ә ауыл аҫта, әйтерһең, беҙҙең ус төбөндә генә. Ауылдағы тормош беҙҙең күҙ алдында ҡайнай. Кемдеңдер ашығып ҡайҙалыр китеп барғаны, кемдеңдер өтәләнеп ҡайҙандыр ҡайтып килгәне, берәүҙең кем менәндер серләшеп торғаны һәм башҡаһы - ҡыҫҡаһы, бөтәһе беҙгә күренеп тора. Ә бына беҙҙең дә уларға күренеп торғаныбыҙ тураһында башҡа ла инеп сыҡмай. Һөйләй торған һүҙ тап ошоға бәйле лә инде. Бына бер мәл Илһам дуҫ эре генә кеҫәһенән тәмәке ҡабы килтереп сығарҙы. Беҙ, аптырап, уға төбәлдек. Нимә эшләргә йыйына икән ул тәмәке менән, тартмайҙыр ҙа инде, тип, албырғап ҡалдыҡ. Илһам, эшлекле кешеләй, тәмәке ҡабын алай әйләндерҙе, былай тулғандырҙы. Икеләнгәне, ныҡлы ҡарарға килә алмағыны күренеп тора. Шуғалыр, күрәһең, ул ҡабаланмай ғына тәмәке ҡабындағы яҙыуҙы уҡып сыҡты. Шунан уны яйлап асты. Тәмәкеләргә ҡарап, бер аҙға тынып ҡалды. Шул мәл ул ниндәйҙер ҡарар ҡабул итте, буғай. Иркен тын алып, эре генә тәмәке ҡабына ҡул һырты менән һуғып ебәрҙе. Әйтерһең, дә тәмәкеләр ошо мәлде көтөп кенә торған. Уларҙың бер нисәһе ҡаптан уҡтай атылып сыҡтылар ҙа... Юҡ, осоп китмәнеләр, ә ҡаптан баштарын сығара биреп, ҡатып ҡалдылар. Илһам уның берәүһен ашыҡмай ғына ҡулына алды. Баштарын ослайтып ҡатып ҡалғандарына бер килке ҡарап торҙо. Шунан беҙгә һынамсыл ҡараштарын төбәне. Ауыр һулап, теге тәмәкеләрҙең баштарын кирегә табан этте. Беҙгә ҡарап моңһоу ғына йылмайып ҡуйҙы. - Үпкәләмәгеҙ, егеттәр, һеҙгә тәҡдим итеп тормайым. Һеҙ әле... (һүҙен таба алмай, бер килке өнһөҙ торҙо һәм әйтеп ҡуйҙы) бешмәгән помидор һымаҡ ҡынаһығыҙ. Үәт, әй, тапты бит сағыштырыр нәмә. Әммә беҙ артыҡ үпкәләмәнек. Ул бит элек-электән үҙен өҫтөнөрәк ҡуйырға тырышты. Бер мәл урманда бер атты күмәкләп ҡамап тотоп алғайныҡ. Шул мәлдә Илһам, беренсе мин сабып киләм, тип еңмешләнеп атҡа тәүге булып менгәйне. Әммә оҙаҡ та сабып бара алманы, дөрһөлдәп ҡолап ятып ҡалды. Бер мәл ҡышҡыһын, был тауҙан мин беренсе шыуып төшәм, тип тауҙан аҫҡа табан атылғайны. Саңғыһы менән әллә ташҡа, әллә ботаҡҡа эләгеп, көрткә гөрҫ итеп сумғайны. Саҡ ҡотҡарып ҡалдыҡ. Яҙғыһын һыуҙы иртә инеп, ауырып ятҡайны. Һөйләй китһәң, күп инде ундай хәлдәр. Бына әле лә бит иң беренсе булып тәмәке тотоп тора! Шул арала "бешеп-өлгөрөп еткән помидор" ҡулына алған тәмәкеһен тоҡандырып та ебәрҙе. Килештерә инде, беҙгә ҡарап уның аҡһыл-күкһел төтөнөн өрөп тә ебәрҙе. Беҙ ҡулдарҙы алай-былай һелтәй-һелтәй уны ҡыуған булдыҡ. Һәм аптырап уға ҡарап ҡатып ҡалдыҡ. Аптырарлыҡ шул, атаһы яман бит уның. Белеп ҡалһа, эш харап! Үәт әй, ҡурҡмаған кеше бар икән был донъяла. Беҙҙең аптырау йөҙөбөҙгә сыҡҡандыр инде. Беҙҙең бындай хәлдән ҡыуаныс алған Илһам эре генә теш араһынан төкөрөп ҡуйҙы. - Егеттәр, беҙгә ҡасандыр үҙаллы тормош көтә башлар кәрәк. Килер бер мәл, шул мәл беҙ үҙ һүҙебеҙҙе әйтергә тейешбеҙ. Гел генә атай ауыҙына ҡарап ултырып булмай ҙа инде. Улар бөгөн бар, иртәгә юҡ. Беҙгә бөгөндән башлап тормошҡа өйрәнер кәрәк. Беҙ бит ҡасандыр тормош дилбәгәһен үҙ ҡулыбыҙға алырға тейешбеҙ... Үәт, әй, бындай аҡылды кем биргәндер инде уға. Ниндәй матур итеп һөйләй. Һыбайлы атынан төшөп, йәйәүле ергә ятып, ятҡан кеше түшәгенән тороп тыңламалы хәбәрҙәр бит! Әммә көтмәгәндә Илһам ҡырҡа үҙгәрә. Оло тормошҡа тәүге аҙымдарын яһай төшкән, аушаңлай-таушаңлай тәпәй атлап китеп барған дуҫыбыҙҙың ҡапылдан ғына йөҙө ағара төшә. Ул тәмәкеһен тиҙ генә ергә ташлап, уны тыпырсына-тыпырсына үксәһе ме Показать полностью...