Ялҡау килен (Хикәйә)
Ялҡау килен (Хикәйә) Ялҡау килендең донъяны юҡҡа сығарғанын күрергә барған әбейҙәр ундағы тәртипкә, матурлыҡҡа, муллыҡҡа хайран ҡалып, ирәйеп кенә таралыша. Төндә уйланып ятып, шулай ҙа бер кәмселеген табалар барыбер. Һәм иртәгеһенә бер-береһенә йөрөп, шул турала һөйләп күңелдәре бөтәйеп ҡуя: – Күрҙеңме, һыуытҡыстан магазин һөтө сығарып ҡойҙо сәйгә. Һарайҙа ике һыйыр торғанда һатып алып ултыр инде. И тәки һаумай икән, быҙауҙары имә, ти. Ялҡау!.. https://ashkadar.com/news/azabi/2026-10-16/yal-au-kilen-hik-y-g-lnur-yuatova-4846831