Бәхет эргәлә генә ине Хикәйә
Бәхет эргәлә генә ине Хикәйә – Бер ниндәй ҙә Яңы йылдан һуң түгел! – тине директор, хатта аяғы менән иҙәнгә тибеп ҡуйҙы. – Хәҙер! Бөгөн ҡатыныңа ҡайтып иғлан итәһең, илап ҡалыр балаң юҡ. Һеҙҙе нимә бәйләй? Ә һинең йәш ярымлыҡ малайың үҫә, берәү ҙә ҡаршы түгел, был була торған хәл. Иртәгә ҡатының сығып китә, кисен Анжелла Радион ҡыҙы һиңә күсеп килә. Хәйер, күсеп килмәй, үҙең барып алаһың. Ошо һөйләшеүҙән һуң Сәғир ни үле, ни тере өйөнә ҡайтып ҡоланы. Ашау түгел, сәй эсерлек тә хәле юҡ ине. https://dairagazite.ru/articles/novosti/2026-10-17/b-het-erg-l-gen-ine-hik-y-4847318