– Өләсәй, тыуған көнөңә нимә бүләк итәйек? Бәлки, берәй ҙур теләгең барҙыр?
– Өләсәй, тыуған көнөңә нимә бүләк итәйек? Бәлки, берәй ҙур теләгең барҙыр? – Балалар, минең бөтә нәмәм дә бар. Һеҙҙән бер нәмә лә кәрәкмәй. Рәхмәт шулай хәстәрлек күреп тороуығыҙға. – Бәлки, магазинға сығып, берәр нәмә ҡарап алырбыҙ? – Эй ,балалар, хәҙер ни, донъя иркен, барыһы ла мул. Кеше нимә теләй – бөтәһе лә бар. Бик матур йәшәйбеҙ, Аллаһыға шөкөр! Үҙ ғүмеремдә иң ҙур бүләгемде алдым инде. Һау йәшәгеҙ бөтәгеҙ ҙә. Именлекте бирһен Хоҙай! Минән һеҙгә теләк шул! – Өләсәй, һөйлә әле ғүмереңдең иң ҙур бүләге тураһында. – Нимә бүләк иттеләр? – Кем бүләк итте? – Ҡыҙыҡ та инде! Һөйлә инде! – Һеҙгә әле ҡыҙыҡ та ул. Ул ваҡытта ҡыҙғанысы күберәк ине. Өләсәйем былай ҙа ҡымтыҡ иренен тағы ла нығыраҡ ҡымтыны. Ниңәлер яулыҡ төйөнөн ҡабат ысҡындырып, киренән бәйләп ҡуйҙы. – Хәҙер онотоп та бөткәнмен инде... – Ниндәй бүләк? Шуны ғына әйт, исмаһам, өләсәй! – тип ныҡышабыҙ. – Һөйлә, өләсәй, һөйлә! Беҙгә һинең тормошоңдоң һәр бер киҫәге ҡәҙерле. Самауырҙы ла шыжлатып ебәрәйек. – Самауыр янында хәҙер ниндәй генә тәғәм юҡ! – тип дауам итте өләсәйебеҙ көрһөнөп. – Әлегеләй өҫтәл ул саҡ никах туйында ла булмай торғайны. Ней кейергә, ней ашарға, тигәндәй. Аслыҡты ла, яланғаслыҡты ла, һуғыш осорон да, ауыр эште лә күрелде. Хоҙайға шөкөр, 85 йәшкә лә еттем! Ожмахтай етеш тормошта йәшәйем. Ошо түгелме яҙмыш бүләге? – Иң ҙур бүләк хаҡында өндәшкәйнең, өләсәй. – Эйе, ошо иң ҙур бүләк! Атай-әсәйем ғүмер бүләк иткән – рухтары шатланып китһен! Бүләктәрҙең, заманына ҡарап, ниндәйе генә булманы... Ләкин ошо гөлдәй тормошто бүләк итеүселәр хаҡында һүҙем, – тип башланы ул бәйәнен. «Ул саҡта атайҙар, ағайҙар фронтҡа китеп бөттө. Яланда, урманда эшләгәндәрен, хатта йүнләп күрмәй ҙә ҡалдыҡ. Кис өйҙәренә ҡайттылар ҙа иртә менән, беҙҙе илатып, моңло итеп йырлап, юлға сыҡтылар. Өҫтө таш, аҫты быяла Биләрит тигән ҡала. Биләрит, тимәгеҙ әле, Һөйгәндәребеҙ ҡала... Фронтҡа китеүселәрҙең ошо моңло йырға әйләнгән таҡмағы һаман да ҡолаҡта сыңлап торғандай. Торараҡ хатта урманда, баҫыуҙарҙа, фермала эшләп йөрөгән аттарҙы ла йыйҙылар. Бер-береһенең ҡойроғона бәйләнгән тоғро юлдаштарыбыҙҙы ла, тыуған ерен һуңғы тапҡыр күргәндәрен һиҙгәндәй, кешнәшеп, тау үренә артылғанын күҙҙән юғалғансы ҡарап, йәштәргә быуылып оҙатып ҡалдыҡ. Йырҙа йырланғанса, ҡайҙа бармай, ниҙәр күрмәй ир-егеткәй менән ат башы. Әсәйҙәр көнө-төнө эштә булды. Ике яҡлы өйҙәрҙә итәк тулы балалы ике ғаилә йәшәне ул ваҡытта. Бөтә етештерелгән ашлыҡты фронтҡа ебәреп торҙолар. Шуға халыҡ, бигерәк тә сабыйҙар, һуғыштың тәү йылында уҡ аслыҡтан интегә башланы. Ләкин беҙҙең ауыл кешеләре башта асыҡманы! Айырыуса беҙҙең урам кешеләре тәүге йылдарҙа туҡ булды. Икмәгебеҙ самалы булһа ла, ит-балыҡтан өҙөлмәнек. Беҙҙең урамда ҡарт һунарсы йәшәне. Ул да колхоз эшендә булды. Әммә ҡош-ҡортҡа һунар итергә лә, балыҡҡа мурҙа һалырға ла өлгөрҙө. Балыҡ та күп булғандыр инде. Бер арба итеп алып килер ҙә урамда таратыр булды. Әсәйҙәр: «Ниңә бәләкәй сеүәтә менән сыҡҡанһың? Алдыр менән сыҡмай!» – тип әйтер ине. Бабай балыҡтан ҡайтһа, беҙ, бала-сағалар ҙа, ҡаршы сығып, балыҡ алып ҡалыр, кискә балыҡ бешереп ашап кинәнер инек... Ҡуяндар ҙа ауланы. Һурпаһыҙ булманы күрше-тирә... – Һунарсы ҡартыбыҙ тора алмай ныҡ ауырый, хәл өҫтөндә ята икән, – тип бер көн шулай һөйләнеп килеп инде беҙҙең өйгә Бәҙиға апай. Баҡһаң, олпат кәүҙәле, янып торған зәңгәр күҙле, оло булһа ла, сибәрлеген юғалтмаған йомарт ҡартыбыҙ, колхоз үгеҙен ҡотҡарам тип боҙло һыуға төшкән икән. Ай-һай, ҡаты булды ул дәүерҙә закундар! Үгеҙ үлһә, мал ҡараусы ҡатындар харап буласаҡ, тигәндер. Яҙғы боҙға, яҫтыҡтай булһа ла, ышанырға ярамай шул. Әллә йылыу булдымы икән?.. Бындай хәлдәргә һунарсы, балыҡсы кеше элек тә юлыҡҡандыр, әммә һуғыш хәсрәте, колхоз мәшәҡәте, йәш кенә улдар Показать полностью...