Әсәйем ҡаты сирләп киткәс, уны үръяҡта, ауыл ситендә урынлашҡан участка дауаханаһына һа...
Әсәйем ҡаты сирләп киткәс, уны үръяҡта, ауыл ситендә урынлашҡан участка дауаханаһына һалдылар. Кесе апайым менән көн һайын уның хәлен белергә барабыҙ. Төшкө аш мәленә тоҫмаллап. Өләсәйем ишек алдынан ары сығып йөрөй алмағанлыҡтан, яулыҡҡа ул-был ашантыны төрөп һала. Билдәле, әсәйем тәғәмләнер хәлдә түгел, шуға килтерелгәнде тотошлайы менән палатала ятҡандарға өләшә. Ҡайтып инеү менән гел бер үк һорау ҡабатлана: "Йә, нисек?" "Ебәргәнеңдең тамсыһын да ҡалдырмай йыпырҙы!" тип алдашабыҙ апайым менән бер тауыштан. Әҙәм балаһына бер йылы һүҙ ҙә етә бит, өләсәйем ҡыуанып китә лә былай ти: "Ашаған мал бирешмәҫ, тигән әйтем бар, әсәйегеҙ ҙә шәбәйеп, үҙ аяҡтары менән ҡайтып инер әле, Алла бойорһа, бына күрерһегеҙ!" Хәл белергә барыу ҙа еңелдән түгел, беҙҙе урта тош балаларын үръяҡтар урам аша үткәрмәй ыҙалата: ҡамайҙар, үсекләйҙәр, таш менән һалмауырлайҙар. Эйәләренә оҡшап, эттәре лә килеп тороп уҫал, абалап ҡаршы сығалар, тештәрен ыржайтып, салғыйға ынтылалар. Шуға күрә кеше күҙенән йәшеренгән ҡасҡындарҙай, картуфлыҡ осонда ярпайып үҫкән әрем-кесерткәнгә, тегәнәк-киндергә боҫоп үтәбеҙ. Барып күренеү менән беҙҙе генә көтөп торғандай төшкө ашты өләшә башлайҙар. Апайым әсәйемә тигән итле туҡмасты ашай, йә кәбеҫтә һурпаһын һемерә, миңә майлы бутҡа, йә котлет эләгә, бөтөргәнсе ашап, тәрилкәнең төбөн асмәйел бурҙайҙай ялтлатып ялап уҡ ҡуям. Йәнәш карауатта ятҡан Гөлъямал апай һорай ҡуя: https://tamasha-rb.ru/articles/common_material/2024-06-21/mir-a-ay-y-ytk-ne-3818329?utm_campaign=119242692&utm_medium=social&utm_source=vk