Атайһыҙ, ярты етем үҫтем. Атайым, Ниғәмәт Яппар улының өс ауылда өс ҡатыны булды. Әсәйе...
Атайһыҙ, ярты етем үҫтем. Атайым, Ниғәмәт Яппар улының өс ауылда өс ҡатыны булды. Әсәйем шуларҙың уртансыһы. Һис кемде ғәйепләмәйем, заманы шулай булған, ҡәһәрле һуғыш касафаты. Ә өс әсәйемә килгәндә, улар өс әхирәт ише татыу йәшәнеләр, тупһаға саң ҡундырмай береһе икенсеһенең хәлен белешеп, ҡунаҡҡа йөрөштөләр, һис ҡасан мир алдында көндәштәренең ғәйбәтен һатманылар, йөҙөн йыртманылар. Тар күңелле уҫал яңы быуат ҡатындары көндәштәренә хәҙер ниндәйерәк мөнәсәбәттә, ҡарашта булырҙар ине икән, әйтә алмайым, ауыр, сетерекле һорау. Әсәйем үлем түшәгенә ятҡас, кесе әсәйем һуңғы мәлгә тиклем уның янында ултырып күҙҙәрен йомдорҙо. Бик күп ағайҙарым-апайҙарым араһында мин иң кесеһе һәм иң иркәһе инем, ҡулдарынан төшөрмәй яраттылар, әпәүләнеләр. Әле лә мин уларға шул сифатта ҡалдым һәм ҡалам. Мостай Кәрим Сибайға ҡунаҡҡа килгәс, миңә уның менән бер өҫтәл артында ултырырға тура килде. Шунда, әңгәмә мәлендә, әйтә ҡуйҙым: "Мостафа Сафич, һеҙҙең ике әсәйегеҙ булған, ә минеке бит өсәү ине!" Ул һәр ваҡыттағыса мәрхәмәтле йылмайҙы ла былай тине: https://tamasha-rb.ru/articles/tarikh-m-sh-khes/2025-03-13/bild-le-sh-hest-r-e-bala-sa-y-4155685